

“Беҙ, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 6-сы “А”класы уҡыусылары (класс етәксеһе — Рәхимова Илгизә Сәит ҡыҙы), «Бөтә синыф менән — „Аманат“ҡа!» акцияһына ҡушылып, 2027 йылдың беренсе ярты йыллығына журналға яҙылдыҡ”, – тигән тағы бер ҡыуаныслы хәбәр килде Байназар яҡтарынан.
Рәхмәт, дуҫтар! Афарин!
“Аманат”ты уҡыусылар, байназарҙарҙан ҡалышмағыҙ, журналыбыҙға яҙылып өлгөрөгөҙ! Тотош синыф менән яҙылыусылар акцияһына ҡушылығыҙ.