+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Март 2022, 09:41

Минең әсәйем

Минең әсәйем Мостафина Гүзәл Рәүф ҡыҙы. Ул өс балаға ғүмер бүләк иткән. Әлеге мәлдә әсәйем почта бүлексәһендә гәзит таратыусы булып эшләй.

Минең әсәйем
Минең әсәйем

Минең әсәйем Мостафина Гүзәл Рәүф ҡыҙы. Ул өс балаға ғүмер бүләк иткән. Әлеге мәлдә әсәйем почта бүлексәһендә гәзит таратыусы булып эшләй. Мин дә әсәйем менән бергә гәзит таратырға яратам. Гәзит таратыр алдынан һәр килгән гәзитте һәм журналды тиҙ генә уҡып та өлгөрәм. Бигерәк тә “Аманат” килгән көндө гәзит һәм журналдар таратыу оҡшай. Сөнки ауылда “Аманатты"алдырған ғаиләләр байтаҡ. Уларға тиҙерәк, ваҡытында алып барып еткерергә тырышам, ә инде үҙемдең мәҡәләм гәзит, журнал биттәрендә булһа, нисектер күңелемдә рәхәтлек хистәре уйнап тора.
Әсәйемдең бешергән аш-һыуҙары бигерәк тә ныҡ тәмле. Уның үҫтергән гөлдәре лә иҫ киткес матур. Шул гөлдәрҙе мин үҙемдең әсәйемә оҡшатам. Өйөбөҙҙәге гөлдәр әсәйем кеүек матур һәм гүзәл. Йәй миҙгеле етһә, баҡсабыҙ әсәйем үҫтергән сәскәләр менән тула. Улар араһында көндәр буйы йөрөргә, уларҙы тәрбиәләргә һәм хуш еҫтәренә илһамланып нимәләрҙер ижад итергә яратам мин.
Әсәйем Әлимә апайым менән миңә үҙе белгән бөтә эштәренә өйрәтергә тырыша. Аш бүлмәһендә һәр саҡ күмәкләшеп төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ. Бешереп бөткәс, ғаиләбеҙ менән йыйылып тәмләп сәй эсәбеҙ. Әсәйем апайым менән мине һәм Зариф ҡустымды иркәләп, бөтә йөрәгенең йылыһын биреп үҫтерә, һәр саҡ үҙенең кәңәштәрен дә бирә. Ул берәй ергә сығып китһә, өйөбөҙҙә күңелһеҙ һәм хатта ҡараңғы була. Бер көнгә генә булмаһа ла, беҙ уны һағынып, зарығып көтөп алабыҙ.
Әсәйемде бөтә туғандары ла, ауылдаштары ла ихтирам итә. Сөнки ул бик ярҙамсыл, ихлас, йомарт кеше. Һәр саҡ барыһына ла ярҙам итергә генә тора. Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән сәләмәт тормош яҡлы. Барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫбыҙ. Әлимә апайым менән мин мәктәптә төрлө спорт секцияларына йөрөйбөҙ. Бигерәк тә саңғы, футбол һәм волейболды яратабыҙ. Шунлыҡтан әсәй һәр саҡ беҙҙең өсөн борсолоп тора. Сөнки спортта һәр төрлө нәмә булыуыла мөмкин бит.
Мин әсәйемде бик ныҡ яратам һәм уның тураһында шиғырҙар, иншалар ижад итәм. Әсәй - донъялағы иң бөйөк кеше, шуны оноторға ярамай.
Әлфинә Мостафина. Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:Әлфинә Мостафина
Читайте нас: