+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Март 2022, 09:55

Әсәкәйем ҡулдары!

Әсәкәйем ҡулдары!Йомшаҡ ҡына, наҙлы ғынаӘсәйемдең “алтын” ҡулдары.Бар эшкә лә өлгөрәӘсәйемдең уңған ҡулдары!

Әсәкәйем ҡулдары!
Әсәкәйем ҡулдары!

Әсәкәйем ҡулдары!

Йомшаҡ ҡына, наҙлы ғына
Әсәйемдең “алтын” ҡулдары.
Бар эшкә лә өлгөрә
Әсәйемдең уңған ҡулдары!

Иркәләй ҙә, наҙлай ҙа
Әсәйемдең йомшаҡ ҡулдары.
Хатта шелтәләп тә ала
Әсәйемдең үткер ҡулдары.

Әйтерһең дә, әсә ҡулдары
Күтәреп тора Ер шарын.
Бер ҡасан да һыҙламаһын
Әсәйҙәрҙең көслө ҡулдары.

Тамерлан Зарипов. 
Туймазы районының Серафим ауылының 2 "Б" синыфы уҡыусыһы.

Автор:Тамерлан Зарипов
Читайте нас: