Ҡыш миҙгеле етеү менән, баҡсалағы ағастарыбыҙға тағараҡтар эшләп ҡуям. Был минең яратҡан шөғөлдәремдең береһе, сөнки ҡоштар шуны ғына көтөп торамы ни – тиҙ үк йыйылалар ҙа ем ашай башлайҙар. Иртән үк тәҙрәгә ҡунып, беҙҙе сәләмләргә лә онотмайҙар. Иҫ китмәле матур, егәрле ҡошсоҡтар бит улар.
Ҡоштарҙы яҙ хәбәрселәре тип тә атайҙар. Сөнки улар беҙгә яҙ миҙгелен алып ҡайталар. Март башында - ҡара ҡарғалар килә. Егерме бишенсе мартта - сыйырсыҡтар, егерме һигеҙенсе мартта - һабан турғайҙары ҡайта. Егерме алтынсы апрелдә - ҡарлуғастар, алтынсы майҙа - һандуғастар килеп етә.
Ҡоштарҙы һаҡларға, яҡларға кәрәк. Уларға яңы оялар яһап, тағараҡтар эшләп ағастарға ҡуйырға кәрәк.
Рәсүл Табынғолов. Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы.