+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2023, 15:21

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам

"Аманат" журналының "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә 2023 йылда  "Ҡоштарға - тағараҡтар!" конкурсы үткәргәйне. Ҡатнашыу өсөн уҡыусыларыбыҙ үҙҙәре йә булмаһа ата-әсәләре ярҙамында ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләп ҡоштар өсөн был үҙенсәлеке “ашхана”ға төрлө ем һалып, кемдер - үҙ йорто алдына, кемдәрҙер мәктәп алдындағы ағастарға элеп беҙгә үҙегеҙ менән төшкән фотоғоҙҙо һәм бәләкәй генә мәҡәлә яҙып ҡына ебәрергә кәрәк ине. Дуҫтарыбыҙҙан 200-гә яҡын эш алып ҡыуандыҡ. Афариндар тип әйтергә генә ҡала. Тик ярыш булғас еңеүселәре һәм еңелеүселәре лә булырға тейеш. Иң-иңдәре тип табылғандарға "Аманат" журналының Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ. Шулай итеп беҙҙең еңеүселәребеҙ:

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам

Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр урта мәктәбенең 2 “б” синыф уҡыусыһы Камила  Әхмәтова баҡсаға тағараҡ элеп ҡоштарҙы ашатып торорға онотмай.

Ҡоштар тураһында шиғыр ҙа ижад иткән.

Сырҡ-сырҡ килә турғайҙарым,

Ни булды бөгөн һеҙгә?

«Әйҙә,уйнайыҡсы”,-тиеп

Саҡыралармы ергә?

Юҡ, уларҙың йырҙары тик

Һиҫкәндерҙе мине бик.

Турғайҙарым асыҡҡандар,

Һибәйем әле ем дә.

Ҡанаттарын иркен йәйеп

Ҡоштарым ҡунаҡ булды.

Усымдағы көнбағыш та

Бер минутта юҡ булды.

Килегеҙ әле, ҡоштарым,

Һыйлармын һеҙҙе көн дә.

Минең яҡын дуҫҡайҙарым

Осоғоҙ тыныс илдә!

 

Баймаҡ районының Темәс ауылы мәктәбенең 1 “а” синыф уҡыусылары тәбиғәтте ярата. Ҡыш көнө ҡанатлы дуҫтары асығып йөрөмәһен тип атайҙары менән тағараҡтар эшләп, баҡсаларына элеп ҡуйҙылар. Улар көн һайын тағараҡтарға ем һалып, ниндәй ҡоштар килгәнен күҙәтеп баралар.

 

Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһының "Ҡурай" төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Тимур Искаков апаһы менән  балалар баҡсаһы майҙансығына үҙенсәлекле тағараҡ эшләп алып килгән! Ҡыш үтеп яҙ етер, майҙансыҡҡа "ҡанатлы дуҫтарыбыҙ" һәр көн һайын төрлө ем ашарға осоп килер. Ҡоштар ҙа туҡ, ә мин дуҫтарым менән уларҙы күҙәтербеҙ.

 

Айгөл Нәбиуллина Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылынан. “Ағайым менән ҡоштар тураһында китап уҡығас , ҡышларға ҡалған ҡоштар асыҡмаһын тип тағараҡ эшләнек. Улар емде ашап кинәнерҙәр, һәм беҙгә ҙур файҙа килтерерҙәр. Улар бит беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ”  ти һылыуҡай.

 

Был Мәскәй әбейҙең өйө тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, был атайым менән эшләгән тағараҡ. Ул беҙҙең өй алдын йәмләп тора. Ҡышын беҙ уның эсенә ем һалабыҙ, ҡоштар рәхәтләнеп һыйланалар. Ә йәй еткәс, рәхмәт әйтеп, беҙҙең баҡсаны ҡортоҡостарҙан таҙарталар.

Иҙрисова Гүзәл, Дорогин ауылы, 3-сө класс уҡыусыһы.

“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
“Ҡоштарға – тағараҡтар!” конкурсы тамам
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: