+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Июнь 2023, 11:01

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

«Селфи, Релфи, Фелфи» тигән конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ. (Конкурс тураһында сайтҡа кереп уҡырға)

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

СЕЛФИ, ФЕЛФИ, РЕЛФИ...

Атаҡ! Уныһы нимә була тағы!?

Моғайын, селфи тураһында белмәгән кеше бик һирәктер. Бәғзеләребеҙ телефон һатып алғанда иң беренсе уның фотокамераһының сифатына ҡарай – селфи эшләргәме-юҡмы?

Ә һеҙ уның төрҙәре тураһында хәбәрҙармы? Түбәндә беҙ селфиҙың иң популяр 11 төрө менән таныштырабыҙ.

МЕЛФИ – ул ир-егеттәр селфиһы. Әлбиттә, ҡыҙҙарға ҡарағанда, егеттәр был шөғөлдө һирәгерәк үҙ итә. АҠШ ғалимдары үҙ-үҙен йыш фотоға төшөрөүсе ир-егеттәрҙк психик яҡтан сирле тип таныған.

Әгәр ҙә үҙ-үҙен фотоға төшөрөүсе камераға берәй хайуанды ла эләктерһә, был төр селфи ФЕЛФИ тип атала икән. Был йәһәттән, эт, йәки бесәй ҡосаҡлап төшөүселәрҙең фотолары интернет тулы.

УССИ тип күмәкләп фотоға төшөү атала. Йәғни бер кеше ҡулын һуҙып фотоға төшөрә, ә ҡалғандары уның артында тора.

Көҙгөлө лифтта фотоға төшөү ҙә айырым бер атамаға эйә икән. Лифтолук тип атала ул. 10-сы ҡаттан 1-сегә төшөп еткәнсе ҡыҙҙар 30-35сфото төшөрөп өлгөрә, ти, хатта.

Иң күп селфи ҡайҙа эшләнелә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, спорт залында! Тап шуның өсөн уның исеме лә ФИТНЕС-СЕЛФИ.

Ә инде һөйгәнең менән парлашып фотоға төшөү – РЕЛФИ тип атала. Тик бындай фотоны интернет селтәренә һалырға ашыҡмағыҙ, “дуҫтар” араһында көнсөлдәре лә осрауы бар. Мөнәсәбәттәргә күҙ теймәһен тиһәгеҙ, релфины сәхифәнән юйып ташлауығыҙ хәйерлерәк булыр.

ӘЙТКӘНДӘЙ, “Аманат” журналына бер ай эсендә генә әллә күпме фото килә. Шулар араһында ҡыҙыҡлы селфиҙар ҙа бар. Ҡыҙыҡ булһын әйҙә, тинек тә, уларҙы бер нисә төргә бүлеп сыҡтыҡ. Шуға, ауыҙ тултырып, хәҙер башҡорт селфиһы ла бар, тип әйтә алабыҙ!

ҠЫМЫҘФИ – хуш еҫле эсемлек тотоп төшөүҙе беҙ шулай тип атарға булдыҡ. Үҙенсәлекле яңғырай, шулай бит?!

Ауылда кем дә кем ял иткән, ул кеше бесәнгә йөрөүҙең, картуф утауҙың, себештәр көтөүҙең  нимә икәнлеген белә инде ул. Йәйге сәхрәлә фотоға төшмәй ҡалыу мөмкинме һуң? БЕСӘНФИ, КАРТУФФИ, СЕБЕШФИ бына ошонан килеп сыға ла инде.

Ә бына ҺЫУФИ – тимәк, һыу эсендә, йәки һыу фонында, яр башында тороп фотоға төшөү.

ГӨЛФИ – сәскә яратҡан ҡыҙҙарҙың иң яратҡан селфи төрө. Айырыуса, йәй көнө баҡсала төшкән гөлфиҙар матур була.

Ошоноң менән селфиҙар исемлеген ослап торайыҡ.

Ҡыҙҙар, малайҙар! Шулай итеп «Селфи, Релфи, Фелфи» тигән конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ. Һеҙҙән йәйге каникулығыҙҙа  ҡыҙыҡлы,  мажаралы, шаҡ ҡатырғыс, ҡыҙыҡ хәлдәргә осраған ваҡыттағы фото ғына кәрәк!!! Улай уҡ ҡатмарлы ла түгел, эйе бит?

Ос ай буйы барған бәйгебеҙҙең еңеүселәрен  һәр айҙың һуңғы көнөндә билдәләйәсәкбеҙ!  Ә инде иң-иңе тип табылғанына бүләккә Рәхмәт кәлимәһе һәм иҫтәлекле бүләк  тапшырыласаҡ. Башланыҡ!

Конкурсҡа килгән эштәрҙең иң-иңе  журнал биттәрендә, башҡалары  https://amanat.su сайтында, https://vk.com/amanatrb бәйләнештәр селтәрҙәрендә донъя күрәсәк.

Йә, кемегеҙ башлап ебәрер конкурсты?! Иң тәүге хат авторына ла бүләк биреләсәк.

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: