+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Май , 14:17

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

9 май – Бөйөк Еңеүгә 79 йыл #Бөйөк_ЕңеүАманат конкурсы еңеүселәре билдәле булды 

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

9 май – Бөйөк Еңеүгә 79 йыл #Бөйөк_ЕңеүАманат

 

 “Аманат” журналы редакцияһы Бөйөк Еңеү көнөнә арнап, ижади конкурс иғлан иткәйне. Конкурс эштәрен  #Бөйөк_ЕңеүАманат хештегы аша инеп ҡараныҡ.

Конкурста уҡыусылар әүҙем генә ҡатнашты. Балаларҙың йыр, бейеү, шиғыр һөйләү, ҡурайҙа уйнау маһирлығына һоҡландыҡ. 

 

Түбәндәге еңеүселәрҙе билдәләнек:

1 урын

Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары;

 

2 урын

Ишембай районы Ноғман Мусин исемендәге Ҡолғона мәктәбе уҡыусыһы Рамазан Мусин;

Белорет районы Асы мәктәбе уҡыусыһы Рузил Мөхәмәтғәлин;

 

3 урын

Бөрйән районының Ырғызлы мәктәбе уҡыусылары.

 

Еңеүселәргә “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Конкурста әүҙем ҡатнашҡан балаларҙың барыһына ла рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ!

 Уңыштар, яңы үрҙәр теләп,  “Аманат” журналы мөхәрририәте.

Автор:Аманат
Читайте нас: