2-се синыфтың етәксеһе Айгөл Сатлыҡова уҡыусыларын “Аманат” журналы үткәргән һәр конкурста ҡатнаштыра. Балаларҙың донъяны нисек күреүе беҙгә лә, уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡ, һәләттәренең үҫеүенә шаһит булыуыбыҙ ҡыуандыра. Рәхмәт һеҙгә, уҡыусыларына бөтә күңелен һалған әүҙем уҡытыусылар!
Айгөл Сатлыҡованың уҡыусыларынан Нагаева Розалина яҙыусы Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы героиняһы Емеште һынландырған. Һүрәттә һыуға килгән Емеште күрәбеҙ.
Ә Йәлилов Асҡар Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” әҫәренә иллюстрация эшләгән.