Ижад итәм, спортты яратам!
Мин, Розалина Аҙанғолова булам, 11 йәштәмен. Бөрйән районының Яуымбай ауылында Йылан йылында - 2013 йылдың 12 авгусында тыуғанмын. Йондоҙлоғом - Арыҫлан. Тыуған мәктәбемдә тик "5" - ле билдәләренә генә 5 - се синыфта уҡыйым. Класта староста ярҙамсыһымын.
Синыфыбыҙ махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылыбыҙ ҡаһарманы Тимерйән Мөхәмәтйән улы Әхмәтйәнов геройҙың исемен йөрөтә.
Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә, әҙәби китаптар, гәзит, журнал уҡырға, шиғырҙар, әкиәт, хикәйә яҙырға, спорт менән шөғөлләнергә, әсәйем менән тәмлекәстәр бешерергә яратам. Үҙ ҡулдарым менән бүләктәр әҙерләү оҫтаһы ла үҙем.
Иң яратҡан дәресем - башҡорт теле һәм әҙәбиәте, физкультура дәрестәре. Ул дәрестәрҙән мине яратҡан уҡытыусыларым Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы һәм Вәлитова Айгизә Гәрәй ҡыҙы уҡыта.
Сәйҙә Ғәбдинуровна Сәйәхова ойошторған "Сатҡылар" әҙәби - ижад түңәрәгендә яҙған "Башҡортостан" исемле шиғырым үткән йылдың декабрь һанында "Аманат" журналы битендә донъя күрҙе. Бик шат булдым.
Яңыраҡ ҡына махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылыбыҙ ҡаһарманы Инсур Кинйәкәев иҫтәлегенә үткән саңғы ярыштарында ҡатнаштым. Ярыш миңә был спорт төрөнә тағы ла нығыраҡ ынтылыш бирҙе. Әле көн һайын тиерлек мин буш ваҡытта саңғыла йөрөйөм, өйҙә әсәйемә ярҙамлашам.
Татыу, дуҫ, берҙәм синыфыбыҙҙа ете малай араһында бер бөртөк кенә булып, уҡыйым мин.
Әсәйемдең исеме - Әлфиә. Ул магазинда эшләй. Апай, ағайҙарым да бик тырыштар, мин уларҙан һәр саҡ өлгө алам.
Яратам мин әсәйемде, Айгиз ағайымды, Илназ ағайымды, Рузилә апайымды, илемде, еремде, ауылымды, тыуған йортомдо һәм тыуған мәктәбемде!
Донъя матур, тыныслыҡ теләйем!
Розалина Азанғолова,
Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы.