Һүрәт төшөрөргә, һындар яһарға, шиғыр йә хикәйә яҙырға яратҡан уҡыусылар өсөн республика конкурсында ҡатнашыу форсаты сығып тора. Конкурс "Башҡорт аты – Башҡортостан Республикаһының бөтә тарихында ышаныслы һәм тоғро дуҫ!" тип атала. Уны "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойоштора. Конкурста 1–11-се синыфтарҙың уҡыусылары ҡатнаша ала.
Ярыш өс йәш төркөмөндә барасаҡ:
1–4-се синыфтар
5–9-сы синыфтар
9–11-се синыфтар.
Өс номинацияның береһен һайларға мөмкин:
рәсем сәнғәте (ҡәләм, фломастер, акварель, гуашь, май йә пастель техникаһында төшөрөлгән һүрәттәр һәм пейзаждар)
биҙәү-ҡулланма сәнғәте (ағасты һырлау, балсыҡтан әүәләү, инсталляция, сәйлән үреү, квиллинг, скрапбукинг, ҡағыҙ-пластика, оригами кеүек техникаларҙы ҡулланып эшләнгән әйберҙәр)
әҙәби эштәр (шиғыр, хикәйә, әкиәт, кроссворд, инша, эссе).
Еңеүселәр 2026 йылдың 27 апрелендә иғлан ителәсәк. Уларҙың исемлеге конкурсты ойоштороусының рәсми сәхифәһендә, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә, шулай уҡ "Аманат" журналы биттәрендә һәм социаль төркөмдәрендә донъя күрәсәк.
Конкурстың положениеһына һылтанма бында.
Фото: «Башҡорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты рәсми аккаунты / vk.com/bashkortat