Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында үткәрелгән "Шаян-лига" икенсе ижади кластеры проекты быйыл тағы ла республиканың иң күңелле, егәрле һәм креатив командаларын берләштерә.
10 февралдә Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы лигаһы" үтте. КВН-ды яратыусылар өсөн был ысын байрам булды: сәхнәлә көслө командалар сығыш яһаны, зал ҡатнашыусыларҙы ҙур шау-шыу менән ҡаршы алды. Бөтәһе 8 команда ҡатнашты.
26 февралдә "Төньяҡ-көнсығыш лигаһы"ның фестивален Дыуан районы ҡаршы алды. Бында да үҙенсәлекле юмор менән 6 команда көс һынашты һәм юғары әҙерлек дәрәжәһе күрһәтелде.
3 март көндө Ишембай ҡалаһының Йәштәр һарайында "Көньяҡ шаян-лигаһы"ның фестивале үтте, бөтәһе 6 команда ҡатнашты.
Һәр зонала ярыш ҡыҙыу барҙы, был проекттың әһәмиәтен һәм йәштәр араһындағы ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы раҫлай.
Зональ этаптарҙы 12 мартта “Төньяҡ-көнбайыш шаян-лигаһы"ның фестивале тамамлай.
Бөтә командаларға ла уңыш, илһам һәм ҡыҙыҡлы сығыштар теләйбеҙ! "Шаян-лига–2026" күп ҡыҙыҡлы саралар, ваҡиғалар, яңы исемдәр һәм онотолмаҫ осрашыуҙар әҙерләй.
"Ысынлап та, үткән йылдың уйындарына 20-нән ашыу команда ҡатнашты. Быйыл да зона этаптарында 20-нән ашыу команда уйнар тип ышанабыҙ, ә Суперфинал апрелдә Өфөлә үтәсәк", — тине «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе Ангелина Халикова.