

Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Белем көнөндә “Аманат” журналы редакцияһы “Минең уҡытыусым” тигән өр-яңы фотоконкурс иғлан итә.
“Аманат” журналы йыл һайын, 5 октябрь – Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөнә арнап, ВК төркөмөндә “Минең уҡытыусым” конкурсын үткәрә. Быйыл да ошо традициябыҙға тоғро ҡалабыҙ.
2026 йылғы конкурста ҡатнашыу өсөн уҡытыусығыҙ менән төшкән фотоғыҙҙы “Аманат” тың vk.ru/amanatrb төркөмөнә йә amanat@yandex.ru электрон почтаһына 10 сентябргә тиклем ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Фотоның аҫтына исем-шәрифегеҙҙе, ҡала, район, ауыл, мәктәпте тулы итеп яҙырға онотмағыҙ.
11–21 сентябрҙә фотоларға тауыш биреү барасаҡ.
ИҢ КҮП ЛАЙЫҠ ЙЫЙҒАН ӨС ФОТО ЕҢЕҮ ЯУЛАЯСАҠ!
Еңеүселәрҙе “Аманат” журналының Маҡтау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Беренсе өс урынға – бер кәрзин йомшаҡ уйынсыҡтар һәм тәмлекәстәр.
10 баланы Хәрби дан музейына (Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7-се йорт) икешәр кешелек саҡырыу билеттары көтә.
Дуҫтар, барығыҙҙы ла конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Оло хөрмәткә лайыҡ иң изге кешеләребеҙ – Уҡытыусыларыбыҙҙы – билдәле итәйек.
Башланып торған яңы уҡыу йылы менән барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләп,
“Аманат” журналы редакцияһы.
Фото: "Аманат" журналы / ВК.