

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова исемендәге әҙәби конкурс иғлан ителде! Ярыш әҙибәнең 80 йәшлек юбилейына арнала. Әҙәби ижадҡа дәрте булған балаларға киң майҙан асылды!
Хикәйәләр 23 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Еңеүселәрҙе 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөндә бүләкләйәсәктәр.
БР Яҙыусылар союзы менән Стәрлетамаҡ Башҡорттар ҡоролтайы ойошторған конкурсҡа эштәрҙе ulya2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Электрон хатығыҙҙа былай тиелһен: “На конкурс им. Н. Игизьяновой. Ф.И.О. участника”.