+20 °С
Облачно
Конкурстар
16 Сентября , 07:02

Башҡортостан журналистары һәм блогерҙарын “СМИротворец” конкурсы саҡыра

XVIII “СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға теләүселәр 20 сентябргә тиклем  ғариза бирә ала.

Башҡортостан журналистары һәм блогерҙарын “СМИротворец”  конкурсы саҡыраБашҡортостан журналистары һәм блогерҙарын “СМИротворец”  конкурсы саҡыра
Башҡортостан журналистары һәм блогерҙарын “СМИротворец” конкурсы саҡыра

XVIII “СМИротворец” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға теләүселәр 20 сентябргә тиклем  ғариза бирә ала. Конкурс милләт-ара һәм этноконфессиональ мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртыуға бағышлана һәм Рәсәйҙәге Халыҡтар дуҫлығы йылы программаһына инә.

Конкурста журналистар һәм блогерҙар ҡатнаша.

Ете номинация тәҡдим ителә: «Телевидение», «Матбуғат», «Интернет», «ЭТНОтауыш» (аудиоформаттар), «Балалар һәм үҫмерҙәр киң мәғлүмәт саралары» һәм «Халыҡтар берҙәмлеге». Блогерҙарҙы «Блогтар» тигән номинацияла айырым билдәләйәсәктәр.

Конкурсҡа 2025 йылдың 1 авгусынан 2026 йылдың 1 авгусына тиклем донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Ғариза биреү – бында: https://concours.nazaccent.ru/.  Еңеүселәр ноябрҙә Мәскәүҙә иғлан ителәсәк.

Конкурсты Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Этнос-ара журналистика гильдияһы үткәрә.

Фото: конкурстың ойоштороу комитеты.

Сығанаҡ: Молодежная газета.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас