

“Минең ғаиләм һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы” тигән һүрәттәр конкурсы бара.
БР Конституция Советы 1–9-сы синыф уҡыусыларын туғандары менән бергә ижади ярышта ҡатнашырға саҡыра.
Конституцияның берәй статьяһын һайларға ла уның ғаиләгеҙ өсөн нимә аңлатҡанын һүрәтләргә кәрәк. Иң яҡшы эштәр китапҡа инәсәк.
Һүрәттәрҙе 30 октябргә тиклем ҡабул итәләр.
Шарттар һәм ғариза өлгөһө – сайтта: https://ksrb.bashkortostan.ru/