+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
4 Август 2022, 10:18

Мин һине яратам!

Бөгөн Гөлназ һуңыраҡ торҙо. Ҡыҙ ҡабаланып ҡына сәй эсте лә мәктәпкә ыңғайланы. Синыф эсендә уҡыусылар әҙ ине. Улар араһында Айназ да күренмәй. Гөлназдың күңеле төштө, сөнки ул Айназды бик ярата. Ҡыҙҙың был тәүге тапҡыр мөхәббәт тойғоһон кисереүе.

Мин һине яратам!
Мин һине яратам!

Айназ – бик яғымлы, итәғәтле, тәртипле малай. Ул  Ләйсәнде ярата, ахыры. Дәрес ваҡытында уға хаттар ҙа ырғыта. Тик Ләйсән Айназды күрмәгән була.

Гөлназ менән Ләйсән әхирәттәр. Мәктәптән дә бөгөн бергә сыҡты.

– Мин Айназды оҡшатмайым, ә ул шуны аңламай, артымдан тик йөрөйсө, – тине Ләйсән.

– Сер итеп кенә әйтәм, миңә ул егет оҡшай, – тип яуапланы Гөлназ.

– Тимәк, һин Айназды яратаһың! Уға әйтергә кәрәк әле!

– Ю-у-ҡ, әйтмә, мине оятҡа ҡалдырма!

Ләйсән ҡысҡырып көлдө лә өйөнә инеп китте. Гөлназ иртәгәгә  көнөн уйлай ине. Эх, Ләйсән әйтмәһә генә ярайҙа! Нисек кенә булыр, Айназ нимә тип уйлар?

Көткән көн килеп тә етте. Дәрес тыныс ҡына бара. Гөлназдың уйлауынса, Айназ әле бер нәмә лә белмәй. Ҡыҙ йөрәк һүрәте төшөрә башланы. Уны күҙәтеп ултырған Ләйсән, ҡағыҙҙы тиҙ генә тартып алды ла  Айназға бирҙе.

– Айназ, мә, Гөлназ, һиңә арнап, йөрәк эшләгән.

Гөлназ, китаптарын йыйып, илай-илай йүгереп, тышҡа сығып китте. Уны хатта Ләйсән дә туҡтата алманы.

– Күңелең булдымы? Рәхмәт инде, “әхирәт”! ... тип иланы Гөлназ.

Гөлназдың был ерҙән, дөрөҫөрәге был ауылдан бик йыраҡҡа киткеһе килә ине...

Шулай итеп  бөтә донъяға асыуы килгән Гөлназ ике көн дәрескә бармай бүлмәһендә бикләнеп ултырҙы. Хатта ата-әсәһе уның менән уртаҡ тел таба алманы.

Ни өсөн уның берҙән-бер әхирәте улай эшләне? Барыһыла  минән хәҙер мыҫҡыллап көлөр инде... тигән уйҙар йәшен тиҙлеге менән  мейеһенең һәр күҙәнәгенә кереп инә лә, болотланып торған күк кеүек күҙ йәштәрен тамыҙа башлай.

– Юҡ, юҡ... башҡа мәктәбенә лә бармайым. Ләйсән менән дә һөйләшмәйем. Шундай дуҫ буламы, -тип ауыҙын ослайтып, ҡаштарын төйөп, баҡса артындағы ҡайынлыҡҡа юл тотто.

Шул мәл мәктәптән ҡайтып килгән Айназ Гөлназды күреп ҡала:

Егет  күп уйлап тормай ҡыҙҙың артынан йүгерҙе.

Һүҙҙе Айназ  башланы:

– Гөлназ, кисәге хәл өсөн ғәфү ит...

– Бында тик мин генә ғәйепле... Яратҡаным өсөн...

Улар оҙаҡ һөйләшеп йөрөнө. Аралағы дуҫлыҡ ептәре тағы ла көслөрәк нығынды. Бынан ары ҡыҙ менән егеттең һәр көнө бергә, күңелле  үтте.

Ярты йылдан һуң Айназ, таң менән килеп, Гөлназды ҡапҡа төбөндә  көтөп тора ине. Егет ҡыҙҙы  ҡосаҡланы ла  ҡолағына ғына: “Мин һине яратам!” – тип шыбырланы.

Гөлназ үҙен донъялағы иң бәхетле кеше итеп хис итте.

Азалия.

Автор:Азалия
Читайте нас: