+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәңгелек сер
27 Июнь 2023, 14:05

Ҡайт мөхәббәтем!

Үткән йылдың йәйендә И. исемле егет менән таныштым. Тәүҙә ул минең “Бәйләнештә”ге сәхифәмә яҙҙы. Бик ҡыуандым, сөнки ошоғаса тиклем дә беҙ бер-беребеҙҙе күргәнебеҙ булды, тик аралашҡаныбыҙ юҡ ине. Бер аҙна үткәс, үҙенең мөхәббәтен белдерҙе.

Ҡайт мөхәббәтем!
Ҡайт мөхәббәтем!

Бына осрашыр ваҡыт та килеп етте. И.: “Әйҙә Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашайыҡ!” – тине. “Әлбиттә”, – тип яуапланым. Шулай итеп, киске 9-ҙар тирәһендә иң матур күлдәгемде кейеп, И. менән осрашыуға сығып киттем.

Бына осраштыҡ. Миңә шул тиклем рәхәт ине, сөнки уның ҡосағындамын! Йәй буйы, айы­рылмай, гел бергә йөрөнөк.

Мин И.-ны ныҡ яраттым, лә­кин матур ғына йөрөп ят­ҡан­да араға А. исемле егет төш­тө. Ул И.-ға: “Бәйләнмә Наҙгөлгә, ул — ми­нең ҡыҙым!” – тип әйткән. И. миңә ошо хәбәрҙе смс итеп ебәрҙе. Мин аптыраным, нимә эшләргә лә белмәнем. И.-ға күпме һөйөү һүҙҙәрен әйттем, әммә ул аңламаны. Миңә ышанмай, А.-ға ышанды. Ә был А.-ға нимә кәрәк булды һуң?!

Ләкин оҙаҡ ҡайғырманым, бәхетле көндә­рем кире ҡайтты. И. үҙе килде. “Әйҙә таш­лаш­майыҡ, һинһеҙ бигерәк ҡыйын”, – тине. Ҡы­уанысымдан күктең етенсе ҡатында инем...  8 август көндө үҙенең тыуған көнөнә саҡырҙы. Күңелле булды, үҙенең апалары менән таныштырҙы. Улар мине йылы ҡаршы алды.

Беҙҙең дуҫлашыуға ярты йыл булды тигәндә был юлы беҙҙең араға Динә исемле ҡыҙ төштө. Ул минең мөхәббәтемде тартып алды. Ниңә И. уның менән йөрөнө? Динәнән нимәм кәм һуң? Был һорауҙар әле лә мейемде тишеп бара, йәнемде көйҙөрә. Бәлки, яҙмышым шундайҙыр?... Һуңғы осрашыуыбыҙ әле лә күҙ алдында. “Ярай, бәхетле бул, миңә башҡа шылтыратма”,  – тип әйтеүемә һаман үкенәм. Был минең уға әйтелгән һуңғы һүҙҙәрем ине.

Хәҙер ташлашыуыбыҙға биш айҙа булып килә. Ә мин уны онота алмайым. Ташлашҡандан бирле илайым. Әхирәтем йыуатып та ҡарай. Юҡ, мин барыбер илайым. Мин уны һаман да үлеп яратам! Артымдан күп егеттәр ҙә йөрөй, дуҫлашырға теләк белдерә, ләкин береһе лә күңелем түренә үтеп инә алмай.

Беләм, И., һин “Аманат” журналын алдыраһың, уҡыйһың. Бәлки, минең яҙғанымды ла уҡып, минең яратҡанымды, һине һаман көткәнемде белеп, миңә ҡайтырһың! Яратам һине!

 

Наҙгөл.

Өфө ҡалаһы.

Ҡайт мөхәббәтем!
Ҡайт мөхәббәтем!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: