+9 °С
Ясна
Мәңгелек сер
13 Май , 08:45

Кейәү менән кәләш

Кейәү  менән  кәләшКейәү  менән  кәләш
Кейәү менән кәләш

Балалар баҡсаһында балалар урамға уйнарға сығырға йыйына башланы.
– Ҡайҙа шнурыңды бәйләшәм, – тип, Наза Илдарға ярҙамлашты. Ҡыҙ дуҫының ҡыйыш эленгән төймәләрен, ысҡындырып, яңынан ҡаптырҙы.
Урамда улар тау шыуҙы, ҡар бабай эшләне, ҡар бәреште, бер-береһен санала һөйрәп йөрөттө.
Бер көндө, көндөҙгө йоҡо ваҡытында, Илдар шым ғына Наза янына килде.
– Мин һиңә бер серемде асам. Тик һин бер кемгә лә әйтмәҫкә ант ит! — тине малай.
– Ант итәм, әйтмәм, – тине ҡыҙ.
– Бик ышаныслы итеп әйтмәйһең, – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе малай.
– Ә нисек ышаныслы була һуң?
– Киноларҙа күргәнең юҡмы ни?.. Хатта ҡулдарына ҡыҙыу тимер баҫалар.
– Кит юҡты, мин ҡурҡам.
– Йә, ярай! Мин бит һиңә ҡыҙыу тимер баҫам тимәйем дә. Әгәр берәйһенә әйтһәң, мин һине башҡа санаға ултыртып алып йөрөмәйем. Килештекме?
– Ярай, – тине ҡыҙ.
– Инде әйтһәм дә була, тыңла! Наза, һин матур ҡыҙ! Сәсең оҙон, шәп йүгерәһең! Хатта уҡый беләһең! Һин миңә оҡшайһың! Был балдаҡ минән һиңә бүләк. Аңланыңмы?..
– Аңланым, кинолағы кеүек, ивет?
– Эйе. Беҙ һинең менән хәҙер “кейәү менән кәләш” булабыҙ, — тип, ҡыҙҙың бармағына алтын балдаҡ кейҙерҙе.
– Һин – кейәү, ә мин – кәләш? Ярай!.. – тип ризалығын белдерҙе Наза. – Тик был балдаҡ миңә ҙур ҙа баһа...
– Мин әлегә әсәйемдекен алып торҙом. Һин үҫкәс ул һиңә яраясаҡ, – тине малай, йылмайып.
Өйгә ҡайтып сисенгәндә Назаның кеҫәһендәге балдаҡ, “зың” итеп, иҙәнгә төшөп китте.
Әсәһе:
– Бәй, нимә ул, ҡыҙым?
– Ул балдаҡ. Тик кем биргәнен әйтмәйем, сөнки әйтмәҫкә ант иттем. Антты боҙорға ярамай, — тине Наза.
Әсә, балдаҡты ҡулына алып:
– Ҡыҙым, был бит — алтын балдаҡ. Ҡиммәтле әйбер. Балаларға ундайҙы йөрөтөргә ярамай.
– Әгәр ҙә “кейәү менән кәләш” булһаң, ярай, әсәй. Мин бит хәҙер – кәләш!
– Кемдеке?
– Илдарҙыҡы!.. Ой, яңылыш әйттем дә ҡуйҙым. Мин ант иткән инем бит.
– Зарар юҡ, ҡыҙым, мин бер кемгә лә әйтмәм, борсолма, йәме!..
– Юҡ, юҡ!.. Улай ғына дөрөҫ түгел, ысынлап ант ит, – тип танауын мышнатты ҡыҙ, күҙ йәштәрен һөртөп.
– Ҡыҙым, әсәй кешеләр ант итмәһә лә әйткән һүҙҙәрендә тора.
Ҡыҙ тынысланды.
Икенсе көндө Илдарҙың әсәһе менән Назаның әсәһе балаларын баҡсанан бер үк ваҡытта килеп алды. Шунда малай ҡыҙға икенсе – йөрәк рәүешендәге, ҡыҙыл ҡашлы, тегеһенән дә матурыраҡ йөҙөк бүләк итте. Наза уны бармағына ҡупшы итеп кейеп алды.

Автор:
Читайте нас