

Ә бер көндө мәктәпкә китеп барғанда уҫал эт, лауылдап-ырылдап, миңә табан килә башланы. Ҡурҡышымдан асырғанып ҡысҡырып ебәрҙем. Шул минутта күршем әллә ҡайҙан янымда пәйҙә булды ла ҡуйҙы. Ярһып өргән уҫал этте бер һелтәнеп кенә ҡыуҙы ла ебәрҙе.
“Минең янда бер нәмәнән дә ҡурҡма”, – тип, ҡалтыраған ҡулымдан ҡаты ғына тотоп, етәкләп алды. Бәләкәй бала кеүек эйәрҙем дә киттем. Өнөммө-төшөммө тиеп киләм үҙем. Әммә өй менән мәктәп араһы арыу ғына ара булһа ла, ҡайһы юлдарҙан үтеп, ниҙәр һөйләшкәнбеҙҙер, хәтерләмәйем. Томан эсендә йөҙгән кеүек булдым.
Ошо мәлдән һуң арабыҙ яҡынайҙы, йәй буйы айырылышманыҡ. Каникул бер көндәй генә үтте лә китте. Икебеҙ ике ҡалаға төрлө уҡыу йортона уҡырға киттек. Ул хәрби училищела уҡыуын дауам итте, ә минең хыялым уҡытыусы һөнәрен алыу ине.
Аҙаҡ егетемде армияға алдылар. Дуҫтарса хат алышып торҙоҡ. Бер-беребеҙҙе байтаҡ күрмәй торһаҡ та, икенсе егеттәр менән дуҫлашыу уйыма ла инеп сыҡманы. Хаттарҙа һөйөү, мөхәббәт тураһында ләм-мим һүҙ ҡыҫтырыу юҡ. Яратыу, һөйөү хисен, бәлки, бер-беребеҙҙән йәшереп тә маташҡанбыҙҙыр ул саҡта.
...Йәйге каникулда ауылда йөрөйөм. Бер көндө уның армиянан ҡайтыуы тураһында ишетеп, ҡойолоп төштөм. Өйҙәренә йүгереп барып индем. Һағыныуым сикһеҙ булғандыр, үҙемде онотоп, егетемде һығып ҡосаҡлап алдым. Ә ул шул саҡ иренемдән үпте. Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалдым. Быуынһыҙ булып, ҡосағынан шыуып төштөм дә ҡуйҙым. Саҡ тотоп ҡалды.
Кис клубҡа сыҡтыҡ. Әхирәтем һөйөклөмә ҡараны ла, егет бигерәк сибәр, алып китерҙәр әле үҙеңдән, тип хихылданы. Уның әйткән һүҙҙәренән йөрәгем жыу итеп китте. Ысынлап та, бик ныҡ матур шул.
Әхирәт булып йөрөгән кеше, өҙмәй ҙә ҡуймай, ул һиндә нимә тапты икән, тип, һаман йөрәгемә ут өҫтәй. Тамсы тама-тама таш тишә, ти. Үҙ-үҙемә ышанысым кәмей төштө. Уйға ҡалдым. Егетем менән тиң түгелмендер тип, ахырҙа, бер ни өндәшмәй, ҡалаға сыҡтым да киттем. Уҡыуым башланғансы тип, ваҡытлыса эшкә урынлаштым. Һөйгәнемдең телефондан шылтыратыуҙарын, смс-хәбәрҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырҙым.
Уңайлы мәлдән файҙаланып, егетемде аулау буйынса әхирәтем ҡыҙыу эш башлаған. Үҙе үк уға шылтыратып, клубта бәйләнеп йөрөгән, тигән хәбәрҙәр туҡтауһыҙ килеп торҙо. Шыпа юҡ булыуыма егетем аптырауҙан хайран ҡалған. Минең ҡайҙа китеүем тураһында күптәрҙән һораштырған. Нығытып әйтеп китһәм дә, әсәйем егетемә адресымды биргән дә ҡуйған.
...Бер ваҡытта ла арып, хәлдән тайып, кәйефһеҙ генә эштән ҡайтып киләм. Күрәм, миңә арҡаһын ҡуйып, алда таныш буй-һын тора. Был бит — ул! Ныҡ тулҡынланыуҙан йөрәгем күкрәгемдән атылып сығырҙай тибә. Өнөммө-төшөммө? Уйым менән егетемдең ҡосағына ташландым. Ә тыңлауһыҙ аяҡтарым кире яҡҡа боролдо. Егетемде күрмәҫкә тырышып, шәп-шәп атлауымды дауам итәм. Унан тиҙерәк алыҫлашырға... Мәңгегә юғалырға!.. Йөрәгемдән алып ташларға...
Шул саҡ беләгемдән ҡаты ғына тартып туҡтаттылар. Йәшле күҙҙәремде астым. Мөхәббәтле-һағышлы йөҙөн мөлдөрәтеп, ҡаршымда донъялағы иң яҡын кешем тора!..
Миңә хыянат иткән әхирәтемде лә ғәфү иттем, сөнки бәхетле кешенең йөрәгендә насарлыҡҡа урын юҡ. Ғаилә ҡорғас, тормошобоҙ тағы ла бәхетлерәк, мөхәббәтлерәк дауам итте...
ГӨЛБАНЫУ апайығыҙ.
Күмертау ҡалаһы.