+9 °С
Ясно
Мәңгелек сер
11 Июля , 06:50

Синыфташымдың аҡылына ғашиҡ булдым!

Туғыҙынсы синыфта Мәликә менән Ильясты бер партаға ултырттылар. Мәликә – уҡыу алдынғыһы. Өйгә эше һәр ваҡыт әҙер. Сәсен матур итеп икенән үреп йөрөгән бөхтә ҡыҙ.

Синыфташымдың аҡылына  ғашиҡ булдым!Синыфташымдың аҡылына  ғашиҡ булдым!
Синыфташымдың аҡылына ғашиҡ булдым!

Ә Ильяс икенсерәк. Сәсе ялбырап, иң артҡы партала бер үҙе генә ултыра ине, сөнки янындағылар менән һөйләшергә әүәҫ. Ә дәфтәрҙәре һәр ваҡыт сәйер һыҙмалар менән тулған була. Мәктәп программаһына ла битараф. Тәҙрә аша ҡыҙыҡлыраҡ нимәлер күргәндәй, ҡайһы ваҡыт онотолоп китә.
Мәликә менән Ильяс бөгөн химиянан лаборатор эште бергәләп эшләне. Ярты өҫтәл булып ятҡан ҡағыҙҙарын парталашы яғына уңай ғына шылдырып ҡуйҙы егет. Мәликә был әҙәпһеҙлеккә бер аҙ аптырап та китте хатта, ләкин өндәшмәне, сөнки Ильястың ҡағыҙҙары араһында ябай уҡыусының башы етмәҫлек ниндәйҙер ҡатмарлы төҙөлөш һыҙмалары күҙенә салынып ҡалды.
–Һин әллә архитектор булырға йыйынаһыңмы? – Ҡыҙҙың уйы һорау булып яңғыраны.
Егет әле генә Мәликәне абайлап ҡалғандай, ауыҙын бер яҡҡа ҡыйшайтып, көлөмһөрәне:
–Күрәм, ә һин – ялҡытҡыс ботаник!
Мәликә был һүҙҙәргә үпкәләргә тейеш ине лә, әммә ҡыҙ тыныс ҡалды.
Мөхәббәт хистәре ҡыҙға һуңғараҡ, һиҙҙермәй генә килде. Ул көндө геометриянан контроль эше булды. Мәликә эшен тәнәфескә биш минут ҡалғас тамамлап ҡуйҙы. Шул мәлдә, башын күтәреп, янында ултырған Ильясҡа иғтибар итте. Ул бер ҡайҙан да күсермәй генә, үҙаллы эшләп ултыра. Ҡағыҙын ҡаплап, тиҙ-тиҙ ниндәйҙер һыҙмалар эшләй.
Баҡһаң, алғы партала ултырған Гүзәлиәнең портретын эшләй икән дә! Карикатура түгел, юҡ! Портреты ысын кешегә оҡшаған! Хатта Гүзәлиәнең уйланып, ручкаһының башын кимереп ултырғанына тиклем килештереп ҡуйған! Был мәлдә Ильяс өсөн дәрестең күңелһеҙ мәле лә, талапсан уҡытыусы ла... барыһы ла икенсе планда ине. Егет ниндәйҙер үҙенең мауыҡтырғыс донъяһында йәшәй. Мәликәгә егеттең илаһи донъяһы ылыҡтырғыс, ымһындырғыс тойолдо.
Ошо көндән алып ҡыҙ егетте ситтән генә күҙәтеп йөрөй башланы. Холҡона, ым-ишараһына, ҡатмарлы темаларҙы аңларға теләгән ваҡытта нисек маңлайы йыйырылып киткәненә, әллә ҡасан онотолоп бөткән, әсбапта булмаған факттар буйынса тарих уҡытыусыһы менән бәхәсләшеүенә иғтибар итте.
Ә бер көндө, дәрестән һуң ҡайтырға сыҡҡас, ҡойоп ямғыр яуғанда, үҙенең курткаһын сисеп, ҡыҙҙың яурынына һалды. Ә үҙе бер футболкала килеш тороп ҡалды: “Ауырыһаң, әсәйең орошор!” – тип һүҙ ҡатты бер юлы, хәстәрле ҡарашын ташлап.
Мәликә матур һүрәттәге сибәр егеткә түгел, ә Ильястың ғәҙәти булмаған аҡылына, бойондороҡһоҙ булыуына, фантазиялары, идеялары булған үҙенең “донъяһында йәшәүенә” ғашиҡ булды.
Егеткә ҡарата хистәре көндән-көн тәрәнәйә генә барҙы. Ҡараштары осрашҡанда күренмәҫ осҡондар саҡматаштай сәсрәп киткәндәй тойолдо ҡыҙға. Йөрәктәге оло һөйөү ҙә шулай ҡабыналыр ул?

Мәликәнең һөйләгәндәрен СЕРЛЕЯМАЛ апайығыҙ яҙып алды.

Автор:
Читайте нас