-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Июль 2021, 08:37

Өфөлә ике донъя рекорды ҡуйылды!

Иң күп ил һәм иң күп милләт ҡатнашҡан әйлән-бәйлән Өфөлә булды. Ике донъя рекорды ҡуйылды! 

Өфөлә ике донъя рекорды ҡуйылды!
Өфөлә ике донъя рекорды ҡуйылды!

Иң күп ил һәм иң күп милләт ҡатнашҡан әйлән-бәйлән Өфөлә булды. Ике донъя рекорды ҡуйылды! Милли кейемдәр парадында ҡатнашҡандар яйлап “Торатау” конгресс-холы аҫтындағы амфитеатр яғына ағылды – Бөтә донъя фольклориадаһының төп майҙанында төрлө милләт, ил, халыҡ вәкилдәре әйлән-бәйләнгә йыйылды.

Был майҙанда быға тиклем дә әйлән-бәйләндәр күп булды – Башҡортостанда Милли кейем парады үткән һайын республиканың күп милләтле халҡы ошолай ҡулға-ҡул тотоношоп дуҫлыҡ бейеүенә төшә. Әммә был юлы барыһы ла башҡа, сағыу һәм үҙенсәлекле – бында Башҡортостандан, хатта Рәсәйҙән генә түгел, ә бөтә донъянан төрлө милләттәр йыйылған!

Ҡулға-ҡул тотоношҡан һәр милләт  вәкиле – бына ул халыҡтар дуҫлығы, ер йөҙөндәге тыныслыҡ өлгөһө!

Әйлән-бәйлән “Узорица”, “Арғымаҡ” төркөмдәренең йыр-моңдары аҫтында барҙы.

Ары сәхнәгә Рәсәйҙең рекодтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко, CIOFF президенты Филипп Боссан һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова күтәрелде.

Станислав Коненконың килеүе юҡҡа түгел – ул тантаналы рәүештә әле генә ҡуйылған ике рекорд хаҡында хәбәр итте: беренсеһе – бер әйлән-бәйләндә бер юлы 57 ил ҡатнашып, рекорд ҡуйылған, икенсе рекорд – бер майҙанда, бер әйлән-бәйләндә 71 милләт ҡатнашҡан!

Артабан Бөтә донъя фольклориадаһының гимны аҫтында Фольклориада флагы күтәрелде лә, амфитеатр өҫтөндә елберләне – был сараның төп майҙаны  асыҡ тип иғлан ителеүе.

Читайте нас