+8 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғлүмәт
6 Июля 2021, 09:26

Балалар өсөн Фольклориада буласаҡ

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда балалар өсөн Фольклориада үткәреү күҙаллана.

Балалар өсөн Фольклориада буласаҡБалалар өсөн Фольклориада буласаҡ
Балалар өсөн Фольклориада буласаҡ

"Коллегалар, һеҙгә бер серҙе асмаҡсымын. Филипп Боссан әфәнде менән артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алыштыҡ. Бик ҙур халыҡ-ара сара буйынса эште башларға тәҡдим бар. Ул – балалар өсөн Фольклориада”, – тине Радий Хәбиров. 

Был аҙнала ниәттәр тураһында протокол төҙөү һәм яҡынса датаны билдәләү планлаштырыла. Республика Башлығы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға ошо сараға әҙерлекте башларға ҡушты.

“Был ысынлап та иҫ киткес ваҡиға, ҙур вәкиллекле балалар Олимпиадаһы буласаҡ! Коронавирус ҡасан да булһа бөтөр, тип уйлайым. Әҙерләнә башлайбыҙ, был бик мөһим ваҡиға”, – тине республика Башлығы.

Читайте нас