Документҡа ярашлы, ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға ингәндә вакцина үтеү, вакцина эшләтеүҙе тыйыу һәм ПЦР ысулы менән ковидҡа лаборатор тикшереүҙең кире һөҙөмтәһе тураһындағы белешмәнең мотлаҡ булыуы тураһындағы талап 12 июлдән 26 июлгә күсерелә.
Һүҙ дөйөм туҡланыу учреждениелары, матурлыҡ, массаж һәм СПА-салондары, солярий, сауна, мунса, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент ятаҡтары, шулай уҡ ҡала-ара пассажир транспорты хаҡында бара.
Бынан тыш, «Роспотребнадзор» үҙәгетәҡдиме буйынса республиканың эш биреүселәренә 2021 йылдың 19 июлен эш хаҡы һаҡланған ял көнө итергә тәҡдим ителә.
Башҡортостанға сит илдән килгән граждандар, ПЦР ысулы менән ковидҡа тест һөҙөмтәләрен алғансы, мотлаҡ үҙҡурсалау режимын тоторға тейеш. Әгәр ҙә кеше һуңғы 12 айҙа вакцина эшләткән йә һуңғы алты айҙа ковид менән ауырыған булһа, ПЦР-тест үткәреү талап ителмәй.
200-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығындағы киң күләмле эшлекле, мәҙәни, күңел асыу һәм спорт сараларын республиканың оператив ҡарары нигеҙендә генә үткәрергә мөмкин.
Республика халҡына кеше күпләп йыйылған урындарҙа йөрөүҙән тыйылып торорға кәрәк.