0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Июль 2021, 10:14

Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатмаБер кг ҡарағат, ярты кг шәкәр.Банкаларҙы, ҡапҡастарын сода менән йыуырға һәм стерилләргә. Ҡарағатты яҡшылап йыуып, ҡоротор­ға кәрәк. Еләктең биштән бер өлөшөн блендер менән яҡшылап иҙергә. Уның өҫтөнә ҡалған ҡарағатты һәм шәкәрҙе өҫтәп, яҡшылап бутар­ға. Әлеге массаны утҡа ҡуйырға. Ул ҡайнап сығырға тейеш түгел. Ҡайнап сығыр-сыҡмаҫ килеш утта биш минут самаһы тотор­ға. Үҙ һутында әҙерләнгән ҡарағатты банкаларға эҫе ваҡытында ҡойорға кәрәк. Банкалар яҡшы итеп стерилләнгән осраҡта бик оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!
Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!

Ҡара ҡарағат XI быуат баштарында уҡ билдәле булған. Кеше уны төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн файҙаланған. С витаминына байлығы йәһәтенән ул гөлйемештән генә ҡалыша. Ҡарағатта был витамин алмаға ҡарағанда 10 — 20, сейәләгенән 20 — 30 тапҡырға күберәк. Унда кеше организмына файҙалы каротин, аскорбин, фолий кислоталары, А, В, В9, Р витаминдары һәм башҡа элементтар, минераль тоҙҙар, фосфор, калий, магний кеүек матдәләр бар.

Элек халыҡ медицинаһында яңы өлгөргән ҡарағатты зәңге, йөрәк, бауыр, ашҡаҙан сирҙә­ре­нән яфаланғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә файҙаланғандар.
Ҡара ҡарағат — илебеҙҙә киң та­ралған культура. Башҡа емеш ҡыуаҡтары менән сағыштыр­ған­да, уның вегетация осоро иртә яҙ башлана. Мәҫәлән, беҙҙең климат шарттарында ул 24 апрелдә үк бөрө ебәрә башлай, 17 май тирәһендә сәскә ата. Был осор ун ете көнгә тиклем дауам итә. Иртә сәскә атыу һөҙөмтә­һендә сәскәләре йыш ҡына яҙғы ҡы­рауҙан һәләк була. Беҙҙең шарт­тарҙа ҡарағат 11 — 25 июлдә өлгө­рә. Ҡарағат башҡа емеш ағас­та­рына ҡарағанда һалҡындарға сыҙамлыраҡ.
Ҡара ҡарағатты ҡар ҡалын ятҡан урынға ултыртырға кәрәк. Бының әһәмиәте шунда: ҡатлам аҫтында ҡалған ҡыуаҡтың сәскә бөрөләре ҡышҡы ҡаты һыуыҡ­тар­ҙан һаҡланып ҡала. Ҡар ҡа­лын ятҡан ерҙә тупраҡ һуң өлгөрә, ҡыуаҡтың вегетация осоро ла һуң башлана, һуң сәскә ата. Һөҙөмтәлә, сәскәләр яҙғы ҡырау­ҙарҙан иҫән ҡала.
Уның тамыры ҡурай еләгенеке кеүек ерҙең өҫкө ҡатламында тарала, шуға ла ҡоролоҡҡа түҙә алмай. Тупраҡта дым аҙ булһа, уңыш икеләтә кәмей. Ҡоро йыл­дарҙа вегетация осоронда уға даими һыу һибеп торалар.
Ҡара ҡарағат бер урында һи­геҙ-ун йыл үҫтерелә. Ултыртҡан­дан һуң дүрт-һигеҙ йыл мул уңыш бирә. Унан һуң емеше ваҡлана, үҙе төрлө ҡоротҡостар, ауырыу­ҙар менән зарарлана, ҡартая. Шуға ун бер-ун ике йыллыҡ ҡыуаҡты тамыры менән һурып алып яндырырға кәрәк.
Был үҫемлек ҡара тупраҡлы, дымлы ерҙә яҡшы үҫә. Ашлама ярата. Мәҫәлән, Санкт-Петербург өлкәһендәге ғилми-тикшеренеү учреждениеларында һәр гектар ҡарағатҡа фосфор һәм калий ашламаларын 30 килограмдан алып бер мең килограмға тиклем һибеп үҫтереп ҡарағандар. Гектарына 500 килограмм ашлама һалынған май­ҙандан иң юғары уңыш алғандар

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас