Япраҡтарҙа хлорофилл тигән матдә бар. Ана шул йәшел төҫ бирә. Көҙ еткәс, көндәр ҡыҫҡара, һалҡыная. Ағастар ҡышҡа әҙерләнә башлай: япраҡтарына һыу, туҡлыҡлы матдәләрҙе ебәреүҙе туҡтата, ҡойорға әҙерләй. Япраҡҡа туҡлыҡлы матдәләр килмәгәс, хлорофилл эшләнмәй, шуға күрә япраҡтар һары йәки ҡыҙыл төҫкә инә. Һәм тағы - ағастар һыуҙы япраҡтары аша быуға әйләндерә. Ә ҡышын һыу туңа, япраҡтар ҙа туңыр ине. Шуға ла улар һарғая һәм өҙөлөп төшә. Япраҡтары ҡойолоп бөткәс, ағастар ҡышҡы йоҡоға тала.