Рәсәй Юғары Суды президиумы үҫмерҙәр велосипедта йөрөп берәйһенә заян килтергән осраҡта үҙ килеме менән яуап бирәсәк тип белдерҙе! 14-15 йәшлек үҫмер балалар өсөн дә тимәк яуаплылыҡ бар!
Белеп ҡуй:
- Фәҡат тротуар буйлап ҡына бар һәм бер ҡасан да машина юлынан йөрөмә.
- Юл аша тейешле урындан велосипедыңдан төшөп атлап ҡына сыҡ.
- Урам аша светофорҙың бары тик йәшел уты янғанда ғына сығырға ярай һәм һис тә ҡығыл утҡа ҡаршы сығырға ярамай.
- Машина юлынан һәр ваҡыт ситтәрәк булырға тырыш, сөнки берәй машина яңлыш тротуар өлөшөнә менергә мөмкин.
- Йәшел ут яныуға уҡ юл аша сығырға ашыҡма, сөнки берәй автомобиль туҡтап өлгөрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә көтөп тор, барлыҡ машиналар һәм мотоциклдар туҡтағанына ышан, ә һуңынан тыныс ҡына сыҡ.
- 14 йәше тулмаған балаларға машина юлынан велосипедта йөрөү тыйыла.
- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре велосипед рулен тотмайса йөрөүҙе тыя.
- Бер кемде лә рам өҫтөнө йәки багажникка ултыртып йөрөмә.