Беҙ һеҙгә Әнисә Зарипованың “Байрам бүләге”, “Һырға бәләһе” һәм Минира Бикәнәсованың “Аҙаштырған туңдырма”, “Әсәйҙәрегеҙҙе ял иттерегеҙ!” исемле хикәйәләрен тәҡдим итәбеҙ.
“Башҡорт ырыуҙары” рубрикаһы был юлы Балыҡсы ырыуы – Башҡортостандың төньяғын төйәкләгән башҡорт ырыуына арналды. Хәҙерге көндә Балыҡсы ырыуы ерҙәре Башҡортостандың Асҡын, Ҡариҙел райондарына һәм Татарстандың Апас райондарына ҡарай. Кем дә кем шул тарафтарҙан, үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙ тураһында уҡырға онотмағыҙ, йәме?
“Минең шәжәрәм” конкурсына Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Баййегетова йөкмәткеле хат яҙып ебәрҙе. Таулыҡай ауылы тарихы менән журналыбыҙҙың 19-сы битендә танышырһығыҙ.
Журнал постерын биҙәгән егеттәр кем ул, тип һорарһығыҙ. Улар Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбенең “Аҡбейек” ҡурайсылар ансамбле.
Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратыусы һәм шул уҡ ваҡытта блогер, вайнер - Рәлиә Йәһүҙинә менән Зарина Бағышаева әңгәмәһен 4-се биттә уҡырһығыҙ.
“Мәңгелек сер”гә Асия исемле һылыу, һыу инергә генә барып ғашиҡ булғаны тураһында яҙып ебәрҙе. Һеҙҙә үҙегеҙҙең мөхәббәт тарихын беҙгә яҙып ебәрергә онотмағыҙ, яраймы?
Нимә ул “Pop-it” йәки “Simple Dimple”? Был тупайсыҡтар хаҡында Сәлимә Ҡаранаева әҙерләгән мәҡәләне уҡып белерһегеҙ.
Журналға күҙәтеүҙең иң аҙағына иң ҡыҙыу конкурстарыбыҙҙың береһе – “Ай, һылыу!”ҙы ҡалдырҙыҡ. Кем еңеүсе булған икән? Сер һандығын бер аҙ аса биреп ҡуябыҙ – был матурҡай Асҡын районы ҡыҙы ул!
Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.