

Аңлы кеше юғалтыуҙарын да уңышҡа
әйләндерә. Мәҫәлән, Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم Мәккәнән ҡыуыла. Әммә, Мәҙинәгә һижрәт ҡылғандан һуң, ул бөйөк Ислам дәүләтенә нигеҙ һала. Ул صلى الله عليه وسلم Аллаһ ярҙамы менән яуызлыҡты яҡшылыҡҡа әйләндереүгә ирешә.
Күп кешеләр бит нәҡ бәлә-ҡазаға һәм һынауҙарға дусар булғандан һуң, кешелеккә ниндәйҙер бөйөк һәм мөһим нәмә бүләк иткән. Бихисап ғалимдарҙың бөйөк хеҙмәттәре ошондай һынауҙарҙан башланғыс алған. Һынауҙар, шулай уҡ, гүзәл шиғри ҡомартҡылар яҙып ҡалдырған күп шағирҙар өсөн илһам сығанағы була.
💫Файҙалы кәңәшкә ҡолаҡ һал: һиңә лимон бүләк итһәләр, уға шәкәр менән һыу өҫтә – яҡшы эсемлек килеп сығыр! Һиңә ниндәй генә һынау килмәһен, уны яҡшылыҡҡа әйләндерергә тырыш. Бының өсөн аҡылыңды, түҙемлегеңде һәм оптимизмыңды ҡуллан.
🌹 Рауза сәскәһенең һабағы энәләр менән ҡапланған. Әммә ҡарашыңды һабаҡ буйлап юғарыға күтәреүең була – күҙ яуын алып торған хуш еҫле гүзәл бер сәскә күрерһең. Аллаһ Тәғәлә әйткән:
✨«… (Ысынында) һеҙҙең өсөн хәйерле булған берәй нәмәне йәнегеҙ һөймәүе бар. Һәм һеҙҙең өсөн насар булған берәй нәмәне яратыуығыҙ ихтимал. Аллаһ (һеҙҙең өсөн нимә хәйерле булғанын) белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ!»✨ («Һыйыр» сүрәһе, 2:216).
Шик юҡ: иманы бар кеше теләһә ниндәй бәлә-ҡазаны яҡшылыҡҡа әүерелдерә ала.
Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم бер хәҙисендә:
🌸«Мөьмин кешенең хәле ни тиклем ғәжәп! Дөрөҫлөктә, уның хәлендә бөтә нәмә – уның өсөн яҡшылыҡ һәм был мөьминдән башҡа бер кемгә лә бирелмәгән. Әгәр уны нимәлер ҡыуандырһа, ул Аллаһҡа шөкөр итә һәм был уның өсөн яҡшылыҡҡа әйләнә. Әгәр ҙә инде ул ҡайғыға дусар булһа, ул сабырлыҡ күрһәтә һәм был да уның өсөн яҡшылыҡҡа әйләнә», – тигән 🌸 (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан).
БӘХЕТЛЕ БУЛ!