-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Июль 2021, 12:30

Сир бер кемде лә аямай

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы 107 депутаттың 68-е йәки 64 проценты яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыған. Был хаҡта Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев белдерҙе.

Сир бер кемде лә аямай
Сир бер кемде лә аямай

Депутатттар даими рәүештә халыҡ менән аралаша, шуға уларҙың күптәре – 68 кеше – COVID-19 менән сирләгән, – тине Толкачев. – Иммунизация был тенденцияны ҡырҡа үҙгәртер тип иҫәп тотабыҙ. Бөгөнгә коронавирус менән ауырымаған йә иһә күптән ауырыған депутаттарҙың күбеһе вакцинация үткән. Әлеге ваҡытта 65 депутат прививкаланған».

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы секретариаты хеҙмәткәрҙәре араһында ауырығандар аҙыраҡ, ә хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценттан ашыуы вакцина яһатҡан.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йоғошло сирҙәр менән көрәштә кешелек вакцинацияға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк бер нимә лә уйлап тапмаған.

Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: