

Бөтә Рәсәй "Вожатыйҙар лигаһы" һөнәри оҫталыҡ конкурсы - илдең Мәктәп уҡыусылары хәрәкәте проекттарының береһе.
Проект 8 - 18 йәшлек уҡыусыларҙы берләштерә. Ул балалар менән эшләү, тәрбиә һәм ялды ойоштороуҙың заманса һәм стандарт булмаған ысулдарын тәҡдим итә.
"Вожатыйҙар лигаһы" конкурсы еңеүселәре Бөтә Рәсәй балалар үҙәктәре базаһында белем арттырыу, стажировка һәм курстар үтеү мөмкинлегенә һәм федераль кадрҙар резервына инеү хоҡуғына эйә була.
Быйыл конкурс өс этапта үтә: заявка биреү, ситтән тороп һәм йомғаҡлау. Сарала ҡатнашыу өсөн вожатый.рф сайтында 15 сентябргә тиклем заявка бирергә кәрәк.
Белешмә өсөн телефон 8-960-243-09-76, конкурс кураторы Лиляна Ғабдулхаҡова.