+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Мәғлүмәт
30 Июля 2021, 06:02

Көләмәстәр

Әсәһе 5 йәшлек улынан һорай:– Улым, һиңә һеңлекәш алып ҡайтайыҡмы?– Кәрәкмәй, әсәй! Атайым да ҡаршы булыр... Мин бесәй балаһы алып ҡайтҡас нисек асыуланғанын оноттоңмо ни!

КөләмәстәрКөләмәстәр
Көләмәстәр

Уҡытыусы математика дәресендә:
- Илгизәр, әгәр һиңә дуҫың ике бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә барыһы нисә бесәй балаһы була?
- Туғыҙ!
- Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Атайың һиңә бер ҡарбуз бирә, әсәйең ике ҡарбуз, ә өләсәйең тағы ла дүрт ҡарбуз бирә икән ти. Һиндә барыһы нисә ҡарбуз була?
- Һигеҙ.
- Һуң, шулай булғас! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ булды?
- Туғыҙ була инде... Өйҙә үҙемдең бер бесәй балаһы бар бит!.. Уны ҡайҙа итәйем?

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас