+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
20 Сентябрь 2022, 15:36

Ете йыл элек юғалған булған...

Хаски этен Өфөлә юғалтып, Сорғот ҡалаһында барып тапҡандар. Ҡаты яраланған.

Ете йыл элек юғалған булған...
Ете йыл элек юғалған булған...

Өфөлә йәшәгән Сабитовтар ғаиләһе ете йыл элек юғалған этен Сорғот ҡалаһы эргәһендә тапҡан

Йохан ете йыл элек юғалған - хужалары уны ҡала буйлап эҙләһә лә эҙенә төшә алмаған.

Ике йыл үткәс, 2017 йылда социаль селтәрҙәрҙә Сорғот янында табылған хаскиҙың хужаларын эҙләй башлағандар. Уның тәпәйе һынған, ҡорһағы ярылған булған.

Ләйсән Сабитова үҙҙәренең этен танып ҡалған һәм уны алып ҡайтыу өсөн ире менән Себер тарафтарына юлланған. Йохандың һауығыуына өмөт юҡ, тигән урындағы ветеринарҙар. Ахырҙа яҡташтарыбыҙ уны Өфөлә дауаларға хәл иткән.

Ветеринар Айрат Кутлиматов илдәге иң һирәк операцияларҙың береһен яһаған - эттең быуыны урынына протез ҡуйған.

Хәҙер Йоханға туғыҙ йәш, ул яратҡан хужалары менән бергә йәшәй 💔

Ете йыл элек юғалған булған...
Ете йыл элек юғалған булған...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: