+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
22 Март 2023, 09:10

22 март –Бөтөн донъя һыу сығанаҡтары көнө

Ер йөҙөнән 10,6 фут (1 фут! 0.3048 метрға тигеҙ) тирәһе тәрәнлектә урынлашҡан. Изге һыуҙы ҡоҙоҡтан 24 сәғәт дауамында секундына 8000 литр тиҙлегендә һурҙырып торһаң, ул ер өҫтөнән 44 фут тирәһе түбәнәйә. Ә һурҙырыуҙан туҡтау менән һыу 11 минут эсендә 13 футҡа кире күтәрелә. Секундына 8000 литр ул минутына – 480 000, сәғәтенә – 28 800 000 литр...

22 март –Бөтөн донъя һыу сығанаҡтары көнө
22 март –Бөтөн донъя һыу сығанаҡтары көнө

Һыу – йәшәү сығанағы

Бөтөн донъя һыу сығанаҡтары көнө 1992 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан булдырылған. Маҡсаты – Ер йөҙөндәге барлыҡ тере йән эйәләренең йәшәү нигеҙе булған һыу байлыҡтарын һаҡлауға иғтибарҙы арттырыу.
Республикабыҙ шишмә-йылғаларға, күлдәргә бай. Боронғо башҡорттар, ер-һыу атамаларына, географик урынға ҡарап, бер-береһенең нәҫел тамырҙарын белгән. Мәҫәлән, Дим буйы, Урал, Эйек башҡорттары. Әгәр ҡунаҡ килһә: “Һеҙ ҡайһы һыу буйынан?” – тип һорағандар.
Дини йолаларыбыҙ ҙа һыу менән бәйле: намаҙ уҡыр алдынан ғөсөлләнеү, тәһәрәталыу, һыу менән ауырыуҙарҙы өшкөрөү. Ғалимдар өшкөрөлгән һыу составын тикшергәндә доға уҡылған һыуҙың структураһы бик матур йондоҙ формаһында булыуын асыҡлаған. Ысынлап та, өшкөрөлгән һыу ауырыуҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай.
Ғәрәбстандағы Мәккә ҡалаһында Ҡәғбә мәсете ишек алдындағы ҡоҙоҡтан сыҡҡан изге Зәм-зәм һыуынан да таҙараҡ һыу юҡ ер йөҙөндә. Сүллек уртаһында Аллаһ Тәғәлә әмере менән сыға башлағандан бирле, был сығанаҡ үҙенең бәрәкәтле һыуы менән хаж һәм ғөмрә ҡылырға килеүсе мосолмандарҙы ләззәтләндерә.
Ғәжәйеп сифаттарға эйә Зәм-зәм һыуы! Йылдар буйы торһа ла боҙолмаҫ, ауырыуҙарҙы сихәтләндерер шифаһы менән дан тота. “Зәм-зәмде ни маҡсат менән эсһәң, шул булыр”, — тигән Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, саллиаллаһу ғәләйһи үә сәлләм. “Сарсауҙан эсһәң — һыуһының ҡандырыр, зиһен һораһаң — зиһен, йән һәм тән сәләмәтлеге һораһаң — сәләмәтлек бирер, яҡлау һораһаң — яҡлаулы булырһың. Быларҙың барыһы ла — Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте”, — тигән хәҙис тә бар. Көмөш кеүек ялтырап торған һыуҙың әҙ генәһе лә бер сәйнүк ҡаты һыуҙы йомшарта, сәйҙе сығышлы һәм тәмле итә. Элек, ата-бабаларыбыҙ шул тиклем алыҫ ергә йәйәү йөрөгән саҡта, хаждан ҡайтыусылар Зәм-зәмде тамсылап ҡына тәмләткән, тиҙәр. Дарыуға шул да етеп ҡуйған.
Аллаһ Тәғәләнең бер мөғжизәһе булған Зәм-зәм һыуы төҫһөҙ, еҫһеҙ булһа ла үҙенә күрә бер тәмен асыҡ тойоп була. Ер йөҙөнән 10,6 фут (1 фут! 0.3048 метрға тигеҙ) тирәһе тәрәнлектә урынлашҡан. Изге һыуҙы ҡоҙоҡтан 24 сәғәт дауамында секундына 8000 литр тиҙлегендә һурҙырып торһаң, ул ер өҫтөнән 44 фут тирәһе түбәнәйә. Ә һурҙырыуҙан туҡтау менән һыу 11 минут эсендә 13 футҡа кире күтәрелә. Секундына 8000 литр ул минутына – 480 000, сәғәтенә – 28 800 000, тәүлегенә 691, 2 миллион литр һыу тигән һүҙ! Ошо күләмдәге һыу яңынан тулһын әле! Зәм-Зәмдең кәмемәүе һәм бер ҡасан да ташып сығып, тереклеккә зыян һалмауы, АллаһТәғәләнең ҡөҙрәте! Юғиһә, әллә ҡасан Зәм-зәм ташып, бөтөн донъя һыу аҫтында ҡалған булыр ине.
Һыуға ҡарата һәр ваҡыт иғтибарлы, рәхмәтле булырға кәрәк, сөнки бөгөн Ер шарындағы халыҡтың яртыһына эсергә яраҡлы һыу етмәй.
Беҙҙең республикала һыу запастары әлегә етерлек, тип әйтергә була. Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57 километрҙан ашҡан 13 меңгә яҡын йылға бар. Республиканың төп һыу сығанағы исемен хаҡлы рәүештә Ағиҙел йылғаһы йөрөтә. Әммә бысратһаҡ, исраф, йәғни, әрәм-шәрәм итһәк, рәхмәтһеҙ булһаҡ, һаҡламаһаҡ, беҙҙә лә эсер һыуға ҡытлыҡ  етеүе ихтимал. Һыуға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ!

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.

 

22 март –Бөтөн донъя һыу сығанаҡтары көнө
22 март –Бөтөн донъя һыу сығанаҡтары көнө
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: