-3 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мөғжизәле донъя
20 Ғинуар , 13:31

"Ирәндек айыуы" – Милли музейҙа

Башҡортостан Милли музейында "Ирәндек айыуы" тигән атама бирелгән алтын киҫәге һаҡлана. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың милли байлығы булып тора. Массаһы – 4 кг 788 г.

"Ирәндек айыуы" – Милли музейҙа
"Ирәндек айыуы" – Милли музейҙа

Башҡортостан Милли музейында "Ирәндек айыуы" тигән атама бирелгән алтын киҫәге һаҡлана. Ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың милли байлығы булып тора. Массаһы – 4 кг 788 г.

"Ирәндек айыуын" 1992 йылда "Ирәндек" совхозы механизаторы Радик Үтәғолов Баймаҡ районы Күсей ауылы эргәһендәге баҫыуҙа ер һөргәндә таба. Тәүҙә механизатор уның алтын икәнен белмәй, матур табылдыҡ трактор эсендә ята.

Алтын икәне асыҡланғас, затлы металл киҫәге баш ҡалалар яғына юллана. А механизатор алтын өсөн бүләк ителгән аҡсаға фатирын йыһазландыра, телевизор һатып ала, ауылдаштарын һыйлай.

Фотолар: Иҙел Ҡаһарманов.

Сығанаҡ: Башинформ.

Беҙҙең MAX каналына max.ru/amanatrb яҙылығыҙ!

 

"Ирәндек айыуы" – Милли музейҙа
"Ирәндек айыуы" – Милли музейҙа
"Ирәндек айыуы" – Милли музейҙа
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас