

Башҡортостан халҡын “Үлемһеҙ” полк” акцияһында ҡатнашырға саҡыралар.
Акцияла ҡатнашыу өсөн 2026 йылдың 6 майына тиклем түбәндәге юлдарҙың береһе менән ғариза бирергә кәрәк::
- 2026.polkrf.ru сайтында
- vk.com/polk_app ВКонтакте мини-ҡушымтаһында
- ok.ru/app/polk Одноклассники мини-ҡушымтаһында
- web.max.ru/267471564 МАКС мини-ҡушымтаһында
Шәхси кабинетта Ватан өсөн алышҡан геройығыҙ тураһында мәғлүмәт менән фото ҡуйығыҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышы яугиры йә тыл хеҙмәткәре булырға мөмкин. Фотографияны яҡшыртырға һәм төҫлө итергә мөмкин.
Онлайн-хәрәкәт 9 майҙа Өфө ваҡыты менән 12:00 сәғәттә башлана. Фейк биттәр үтмәһен һәм урынһыҙ контентҡа юл ҡуйылмаһын өсөн бөтә анкеталар профессиональ тарихсылар менән модерациялана.