+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2019, 17:14

Ағыуланған балалар

...Әлеге ваҡытта табиптар уларҙың һаулыҡ торошон “тотороҡло ауыр хәлдә” – тип баһалай.

Был күңелһеҙ хәл үткән аҙнала Өфө ҡалаһында булды. Биологиянан бөтөн Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабына йыйылған 186 уҡыусы араһынан 13-ө кинәт кенә ауырып китеп, дауаханаға эләгә. Шундай уҡ симптомдар менән дауаханаға бер уҡытыусыны ла килтерәләр. Әлеге ваҡытта табиптар уларҙың һаулыҡ торошон “тотороҡло ауыр хәлдә” – тип баһалай.
Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, уҡыусыларҙың барыһында ла норовирус инфекцияһы табылған. Әле олимпиадала ҡатнашыусылар йәшәгән “Амакс Турист-отель” ҡунаҡханаһы ресторанында эпидимиологтар тикшереү эштәрен алып бара.
Тәбиғәттә ашҡаҙан-эсәк инфекцияларын барлыҡҡа килтереүсе бер-нисә төр вирус бар. Шуларҙың береһе – норовирус инфекцияһы. Был вирустың 10-100 өлөшө генә лә кешене ағыулай ала, бик тиҙ үрсей. Шуға ла балалар араһында ул тиҙ тарала. Ағыуланғандан 24-48 сәғәт үткәс ауырыу үҙен һиҙҙерә башлай: эс ауырта, ҡоҫҡо килә, температура күтәрелә. Ҡайһы берҙә баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, мускулдарҙың һыҙлауы булыуы мөмкин.
Ғәҙәттә, нововирус инфекцияһының симптомдары 12-72 сәғәттән һуң үҙенән-үҙе бөтә. Ауырыу сигенгәс, организмда был вирусҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә, әммә оҙаҡҡа түгел – 8 аҙнанан һуң ҡабаттан ағыуланыу ҡурҡынысы бар.
Шуға күрә, ашар алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ. Белеүебеҙсә, таҙалыҡты вирустар бигүк өнәп етмәй. Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: