+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Март 2019, 14:41

Бөгөн ниндәй көн әле ул?

Каникул тип, бөгөн ниндәй көн икәнлеген онотоп китмәнегеҙме? Юҡ, йырғанаҡ көнө лә түгел, тамсы көнө лә... Ғашиҡтар көнө лә күптән үтеп китте...

Каникул тип, бөгөн ниндәй көн икәнлеген онотоп китмәнегеҙме? Юҡ, йырғанаҡ көнө лә түгел, тамсы көнө лә... Ғашиҡтар көнө лә күптән үтеп китте. Йә-йә, анау өҫтә торған һүрәтте ҡарап ебәр әле! Эйееее, бөгөн - галоштар көнө икән дә ул!
Интернет селтәренә күҙ һалһаң, галоштың килеп сығыуына бәйле әллә күпме тарих табырға була. Бына берәүһе: Европалылар Көньяҡ Америкаға үҙҙәренең караптарында килеп төшһәләр, ни күрәләр - индеецтар аяҡтарына кәүшәк ағасының (гевея ағасы) һутын һөртәләр ҙә, кипкәнен көтөп ултыралар икән. Кәүшәк кипһә, йәтеш кенә еүешләнмәй торған аяҡ кейеменә әүерелә, имеш. Европа илселәрен был хәл шаҡ ҡатырған, ти. Үҙҙәренә ҡайтҡас, кәүшәк ағасының һутын ҡулланып төрлө кәрәк-яраҡ етештереүҙе ойоштороп ебәргәндәр. Ә XX быуатта улар индеецтарҙан әҙер галоштар ташый башлағандар.
Читайте нас: