+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
15 Май 2019, 20:30
Өфөлә ҡымыҙ фестивале ойоштороласаҡ
Башҡортостанда беренсегә "Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үткәрелә. Ул 27-28 июлдә Өфө ҡалаһының "Аҡбуҙат" ипподромында милли эсемлекте популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.
Башҡортостанда беренсегә "Йәйләү" башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үткәрелә. Ул 27-28 июлдә Өфө ҡалаһының "Аҡбуҙат" ипподромында милли эсемлекте популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.
Ҡымыҙ фестивале майҙанында тирмәләр, башҡорт йорто алды менән йыһазландырыласаҡ, сара мастер-кластар, уйындар, ат сабышы, ауыл хужалығы һәм кәсепселәрҙең продукцияларынан торған күргәҙмәләр менән тулыландырыласаҡ, балалар өсөн күңел асыу нөктәләре эшләйәсәк. Фестиваль уңайынан тамашасылар "Ашмаркет" аҙыҡ фестивалендә төрлө аш-һыу тәмләргә, музыкаль этно-фестиваль ҡарай ҙа аласаҡ. Ҡымыҙ етештереүселәрҙең профессиональ съезы ла уҙғарыласаҡ.
Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәр
ошо һылтанма буйынса
заявка ебәрә ала. Шулай уҡ заявкалар электрон почтаға ла ҡабул ителә:
uethno@gmail.com
Читайте нас:
"Аманат"тың Телеграм-каналы
Рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять