Сәғәт эйәһе - Булат Ғәниев Түбәнге Йәркәй лицейының 3-сө синыфында белем ала. Уға бүләген журналдың хеҙмәткәрҙәре - Рәзил Бикбулатов менән Миләүшә Баййегетова алып барып тапшырҙы. Баш ҡаланан улар күптин-күп, суҡтин-суҡ сәләмдәр һәм лицей китапханаһына китаптар алып килде. Уҡыусылар Булатҡа күҙҙәре ҡыҙып ҡараны - ах, улар ҙа купондарын ебәргән булһа, берәй затлы ғына приз отҡан булыр ине. Әммә беҙ уларға, хафаланырға урын юҡ, "Аманат" һәр ярты йыл һайын бүләктәр уйната, һеҙ ҙә өлгөрәһегеҙ, тинек. Киләһе лотереяға ла күп ҡалманы, кем дә кем 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылып, уйындың шарттарын теүәл генә итеп үтәй - ул сәғәт кенә түгел, планшет, йәки смартфон да отор әле ул. Илештәрҙән булмаҫ тимә, сәмле халыҡ бит ул!