+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2019, 17:38

Милли проект: “Һәр мәҙәни усаҡ иғтибар үҙәгендә”

Рәсәйҙә “Мәҙәниәт” милли проекты тормошҡа ашырыла башланы.

Рәсәйҙә “Мәҙәниәт” милли проекты тормошҡа ашырыла башланы. Донъя сәнғәтенә Рудольф Нуриев, бер туған Абдразаковтарҙы биргән Башҡортостан өсөн был программала ҡатнашыу – нигеҙле эш, тиергә лә була. Мәҙәни яңылыҡтар, саралар менән баш ҡала халҡын ғәжәпләндереп булмай. Өфө – күптән донъяға билдәле музыканттар, рәссамдар, шағирҙар ҡалаһы.


Проект сиктәрендә федераль ҡаҙна субсидияларын төбәк ҡаҙналарына бүлеү мәсьәләләре хәл ителә. Быға бәйле ҡарар Хөкүмәт сайтында баҫылып сыҡҡан.


Ил башлығы Владимир Путин: “Мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы оҙаҡҡа һуҙырға кәрәкмәй һәм бының өсөн үҙебеҙҙең һәм сит ил тәжрибәһен дә ҡулланырға кәрәк. Мәҫәлән, төбәктәрҙә федераль музейҙарҙың, театрҙарҙың һәм вуздарҙың филиалдарын асыу менән бергә шундай уҡ төбәк кимәлендәгеләрҙе үҙҙәрендә булдырыуҙан баш тарттыҡ тигәнде аңлатмай, әлбиттә, улар үҙҙәрен кәмерәк йәки “етем бала” хәлендә тойорға, ә ябылыу тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел!” – тине.


2024 йыл аҙағына милли проект сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһенә ҡағышлы 1800 белем биреү учреждениелары музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителәсәк. 500 ауыл мәҙәни усағы төҙөкләндереләсәк һәм капиталь йүнәтеләсәк, төбәктәр өсөн 600 автоклуб һатып алынасаҡ. Федераль ҡаҙнанан ошо порект сиктәрендә Рәсәй төбәктәренә 2020 йылдан башлап аҡса бүленә башлаясаҡ. Башҡортостан субсидияларҙы 2020, 2022 һәм 2024 йылдарҙа аласаҡ.


Башҡортостанда ниҙәр эшләнә башланы?


Апрелдә Бөрө ҡалаһында Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнөнә арнап, Бөтә Рәсәй тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәрҙе хәстәрләү көнө уҙғарылды. Был төбәктә бөгөн 112 тарих һәм архитектура һәйкәле бар, шуларҙың 27-һенең рәсми статусы бар, ә 85-е табылған. Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәниәт волонтерҙары” сиктәрендә ойошторолған.


Мәғлүмәти һәм һанлы үҫеш департаменты экспозицияларҙа һәм күргәҙмә проекттарҙа мультимедиа-гидтарын булдырыуға конкурс иғлан иткән. Уның ярҙамында музейҙарға, күргәҙмәләргә сәйәхәт ҡылғанда яңы технологиялар ярҙамында өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин. “Цифрлы мәҙәниәт” федераль проекты сиктәрендә Рәсәй музейҙарының даими экспозицияларында 2019 йылда 75 мультимедиа-гидтарын булдырыу ҡаралған.


“Милләттең ижади потенциалын тормошҡа ашырыу” федераль проекты сиктәрендә 2019 йылда республиканан 351 һөнәри белем биреү һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡытыусылары квалификацияһын арттырасаҡ.


Балалайка мәктәбе, профессиональ вокалистарҙы тәрбиәләүгә комплекслы ҡараш, музыкаль теория дәрестәрендә мультимедия әсбаптарын файҙаланыу, В. Тропптың фортепиано мәктәбе, А. Цыганкованың думбыра мәктәбе, классик бейеү практикаһы, урта һәм өлкән кластарҙа характерлы бейеүҙе өйрәтеү методикаһы буйынса курстарға уҡытыу планлаштырыла.

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты;

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан

#ВладимирПутин


Автор: Л. АБДУЛЛИНА
Читайте нас: