-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2019, 10:44

"Һанлы иҡтисад"ҡа ярашлы...

2021 йылға тиклем Башҡортостандың барлыҡ социаль объекттары интернетҡа тоташыу мөмкинлеген аласаҡ. Был эш “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

2021 йылға тиклем Башҡортостандың барлыҡ социаль объекттары интернетҡа тоташыу мөмкинлеген аласаҡ. Был эш “Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Мәғариф, медицина тармаҡтары биналары, полиция бүлексәләре, янғын частары, военкоматтар, һайлау комиссиялары, урындағы үҙидара органдары һ.б. – барыһында ла интернет селтәре буласаҡ. Дөйөм иҫәп – 2700-ҙән ашыу социаль әһәмиәтле объект, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетында.


Интернеттың тиҙлеге, бәйләнештең төрөнә ҡарап, секундына 10 – 100 Мбит буласаҡ. Эште уҙғарыу операторы быны аукцион һөҙөмтәләренә ҡарап билдәләйәсәк.


“Аукционды 2019 йылдың 19 июлендә үткәреү планлаштырылған. Контракттың башланғыс максималь хаҡы 2,5 миллиард һум тирәһе”, – тип хәбәр иттеләр ведомствонан.


“Һанлы иҡтисад” милли проекты алты федераль проектты үҙ эсенә ала: һанлы мөхитте норматив яйға һалыу, мәғлүмәт инфраструктураһы, һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, һанлы технологиялар һәм һанлы дәүләт идаралығы. 2024 йылға тиклем проектты дөйөм финанслау күләме – 1,5 триллион һумдан ашыу.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: