Өфөлә мәктәп, балалар баҡсалары янындағы юлдарға билдәләр һалалар. Был эш балаларҙың юл аша үткәндә юл-транспорт ваҡиғаларына эләкмәһен өсөн эшләнелә. Ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, 25 авгусҡа тиклем эштәр тамамланырға тейеш, әлеге ваҡытта юлдарҙың 97% әҙер. Йәйәүлеләр өсөн "зебра"лар, светофорҙар, билдәләр һәм махсус "кәртә"ләр ҡуйыла.
Был тамғаларҙың автомобиль йөрөтөүсе өсөн генә түгел икәнлеген онотмаһындар ине. Балалар юл аша сыҡҡанда скутер, велосипед һәм башҡа транспорт сараларын ҡулдарына тотоп, йәйәү сығырға кәрәклеген онотмаһа, күңелһеҙ хәлдәр ҙә әҙерәк булыр.