-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 10:44

Милли проект: балалар хирургияһына булышлыҡ

3 сентябрь Өфөлә Рәсәй балалар хирургтарының V форумы һәм балалар хирургтарының I Рәсәй-Ҡытай конгресы башланды.

3 сентябрь Өфөлә Рәсәй балалар хирургтарының V форумы һәм балалар хирургтарының I Рәсәй-Ҡытай конгресы башланды. Саралар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа балалар сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың әлеге вазифаһында хеҙмәтен башлағандың тәүге көндәрендә үк тармаҡ эшмәкәрлеген контролгә алыуы һөҙөмтәһендә бихисап ыңғай үҙгәреш булды, шул иҫәптән балалар һаулығын хәстәрләү йәһәтенән дә. Бөгөн башланып, 5 сентябрҙә тамамланасаҡ мөһим саралар ҙа – республика етәксеһе биргән күрһәтмәләрҙе үтәүҙең бер өлөшө.


Форумда Рәсәй балалар хирургтары ассоциацияһы президиумы рәйесе Александр Разумовский, Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының балалар хирургияһы өлкәһендәге Ғилми-тикшеренеү институты директоры, Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Владимир Круглов, шулай уҡ ил төбәктәренән, Ҡытайҙан, АҠШ-тан, Германиянан дүрт йөҙ самаһы делегат ҡатнашыр тип көтөлә.


Форумдың беренсе көнө пленар ултырыш менән асыла. Унан ҡатнашыусылар “Техноген һәләкәттәр: балаларға медицина ярҙамы ойоштороу һәм күрһәтеү” тип аталған симпозиумға йыйыла. Ошо уҡ көндә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш төп белгестәренең, балалар хирургтарының эш кәңәшмәһе уҙғарыла.


Иртәгә торакаль хирургия, бауыр шешеүе һ.б. буйынса бер нисә симпозиум һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр үтә. Металлоостеосинтез буйынса оҫталыҡ кластары уҙғарыу планлаштырылған.


5 сентябрҙә балалар хирургияһына бәйле көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу дауам итә. Ошо уҡ көндә Йәш ғалимдар конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: