Журналистар менән брифингта БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякиндың әйтеүенсә, сәғәт көндөҙгө 12-гә һайлаусыларҙың 25 проценты тауыш биргән дә инде. Традиция буйынса, ауылда йәшәүселәр әүҙемерәк. Һайлаусыларҙы ылыҡтырыу өсөн район-ҡала муниципалитеттары төрлө алымдар ҡуллана. Был закон тарафынан тыйылмаған. "Беҙ был һайлауҙы Башҡортостан тарихындағы иң ғәҙел һайлау булыуын теләйбеҙ. Бының өсөн беҙҙә бөтөн шарттар ҙа тыуҙырылған", - тине ул.