Башҡортостанда 7 октябрҙән "Аныҡ" ("Однозначно") социаль кампанияһы башланды. Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, был проект юлда килеп тыуған хәүефле хәлдәргә иғтибарҙы йүнәлтеүгә ҡоролған. Ул 13 октябргә тиклем барасаҡ.
Кампания барышында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр менән юлда үҙеңде автомобиль йөрөтөүсе һәм йәйәүле булараҡ нисек итеп тоторға кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәрелә. Балалар өсөн махсус күнекмәләр лагерҙарҙа уҙғарыла.
Социаль селтәрҙәрҙә йәштәр өсөн челлендждар һәм башҡа интернет-саралар ҡаралған. Мәғлүмәти саралар автомәктәптәрҙә, сауҙа комплекстарында, парктарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында ойошторола.