+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 13:02

Республика көнө менән!

Республика көнө менән! Бөгөн баш ҡалала ниндәй ҡыҙыҡлы тамашалар булыр? Һеҙҙе программа менән таныштырабыҙ.

Республика көнө менән! Бөгөн баш ҡалала ниндәй ҡыҙыҡлы тамашалар булыр? Һеҙҙе программа менән таныштырабыҙ.
Бөгөн Республика көнө һәм шулай уҡ Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа байрам саралары уҙғарыла. Ә иң сағыу тамашалар Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм "Торатау" Конгресс-холлы артындағы амфитеатрҙа ойошторола.
Бөгөнгө программа:
11.00: "РФ Ҡораллы ғәскәрҙәрендә контракт буйынса хеҙмәт итеү - һинең һайлауың" акцияһы;
14.00: Уҡыусыларҙы "Юнармия" бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмаһына ҡабул итеү тантанаһы;
14.00: "Аҡбуҙат" ипподромында "Терра Башкирия" турнирының финал этабы уҙғарыла. Унда башҡорт тоҡомло аттары ҡатнаша.
16:00: Байрам концерты. Унда "Дәрүишхан" төркөмө, Elvin Grey һәм «Pizza» төркөмө солисы Сергей Приказчиков сығыш яһаясаҡ. Концерт 20.30 сәғәттә фейерверк һәм лазерлы шоу менән тамамлана.

17.30: "БСТ" каналы тура эфирҙан Салауат Юлаев исемендәге майҙандағы халыҡты Башҡортостан гимнын йырларға саҡыра.
Өфө планетарийында "Беренсе Республика" фильмы күрһәтелә. Әйткәндәй, ул фильмды "БСТ" каналынан киске сәғәт 23.30-ҙа ҡарарға ла була.
Байрам менән, дуҫтар!
Читайте нас: