Был мобиль пункттар Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил, райондарына бирелде. "Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк милли проекты буйынса бүленгән аҡсаға республиканың бәләкәй ауылдар өсөн беренсе тапҡыр алынды.
Мобиль ФАП-тар электрокардиограф, экспресс-анализатор, кардиомаркер һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бының менән генә сикләнмәйәсәк. Тағы шундай 15 күсмә пункт алыу яҡын планда тора.