+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 18:00

МТС мобилле операторы балалар өсөн конкурс иғлан итте!

Киләсәктә донъя ниндәй булыр? Йәш яҙыусыар һәм рәссамдар ошо һорауға яуап итеп, китап сығармаҡсы икән. Тик уларға беҙҙең – уҡыусыларҙың да ярҙамы кәрәк.

Киләсәктә донъя ниндәй булыр? Йәш яҙыусыар һәм рәссамдар ошо һорауға яуап итеп, китап сығармаҡсы икән. Тик уларға беҙҙең – уҡыусыларҙың да ярҙамы кәрәк.
“М-быуындың киләсәге” тип аталған конкурста 11 йәштән 18 йәшкә тиклемге теләгән һәр үҫмер ҡатнаша ала. Бының өсөн “Киләсәк ҡалаһы”, “Киләсәк мәғарифы”, “Киләсәк модаһы”, “Киләсәк медицинаһы”, “Киләсәктә – фән һәм технологиялар”, “Киләсәктә күңел асыу” темаларының береһен һайлап, хикәйә яҙырға, йәки һүрәт төшөрөргә кәрәк. Эштәрҙе 2020 йылдың 12 апрленә тиклем www.pokolenie.mts.ru сайтына ҡуйырға кәрәк. Иң-иң шәп эштәр китапҡа инәсәк. Ә китап үҙе киләһе йыл донъя күрә.
Читайте нас: