+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Ноябрь 2019, 12:10

Радий Хәбиров Яңы йылды байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Бөгөн республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһында Яңы 2020 йылды байрам итеү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми интернет-порталда баҫылып сыҡты.
Башҡортостан Республикаһында Яңы йыл байрамы сараларын ойошҡан рәүештә үткәреү маҡсатында Яңы йыл сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты составы раҫлана. Ойоштороу комитетына Яңы йыл байрамын билдәләү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде.
2019 йылдың 20 декабрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Яңы йыл шыршыһын ойошторалар. Сараға республика райондарынан һәм ҡалаларынан дөйөм белем биреү учреждениеларының уҡыу алдынғыларын, предмет олимпиадалары һәм спорт ярыштары еңеүселәрен, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттарын, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән, ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балаларҙы саҡыралар. Уларҙың бөтәһенә лә бүләктәр тапшыралар.
Республика Яңы йыл шыршыһында ҡатнашҡан балалар өсөн өс көнлөк ял ҡаралған.
Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, тораҡ пункттар майҙандарында карнавалдар, театрлаштырылған тамашалар һәм Яңы 2020 йылды байрам итеүгә арналған башҡа төрлө саралар әҙерләп үткәреү тәҡдим ителде.
18 йәшкәсә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләрҙәге 14 йәшкә тиклемге балаларға бүләктәр һатып алына. Һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыған етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтелә.
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Яңы 2020 йылға арналған символика һәм баҫма продукция әҙерләй, матбуғатта Яңы йыл байрамы сараларын киң яҡтыртыуҙы ойоштора.
Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы район-ҡалалар араһында Яңы йыл байрамы һәм каникул осоронда халыҡтың ял итеү урындарын иң яҡшы ойоштороуға конкурс уҙғара. Бөтә урындарҙа ла йәмәғәт тәртибе, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек тәьмин ителергә тейеш.
Указды үтәү буйынса сығымдар бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Муниципаль райондар, ҡала округтары хакимиәттәренә үҙҙәренең һәм йәлеп ителгән аҡса иҫәбенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, балалар йорттарында, социаль приюттарҙа, интернат учреждениеларында тәрбиәләнгән етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға бүләктәр тапшырып, Яңы йыл шыршылары уҙғарырға тәҡдим ителде.
Читайте нас: