+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2019, 11:20

Мишкә уҡыусыларына “Үҫеш нөктәһе”ндә оҡшай

Башҡортостан мәктәптәрендә бихисап “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре асылды.

Мишкә районы үҙәгендә бер юлы ике белем усағында – 2-се урта мәктәптә һәм Ф. Бүләков исемендәге 1-се лицейҙа ошондай үҙәктәр эш башланы. Уларҙа “Үҫеш нөктәһе” өсөн ике кабинет бүленеп, тейешенсә йыһазландырылған. Бүлмәләрҙең береһе проект эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән, бындағы йомшаҡ пуфиктар, өҫтәл һәм ултырғыстар тиҙ генә йыйып ҡуйыу, үҙгәртеп ҡороу өсөн ҡулайлаштырылған. Икенсе бүлмә мобиль класс булараҡ эшләй: бында ноутбуктар, интерактив уҡытыу ҡорамалдары ҡуйылған. Уҡыусыларға бигерәк тә 3D-принтер ярҙамында төрлө әйберҙәр эшләү оҡшай.
Шулай уҡ проект сиктәрендә мәктәптәргә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресе ваҡытында ҡулланыу өсөн беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәтеү ҡулайламалары ҡайтарылған, технология дәресе өсөн төрлө ҡорамалдар һатып алынған.
“Үҫеш нөктәһе”ндәге күнекмәләр балаларға шул тиклем ныҡ оҡшай! Уҡыусылар яңы ҡорамалдар менән эш итә, үҙ проекттарын булдыра, виртуаль донъя серҙәрен өйрәнә.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең Бөтә Рәсәй форумы үтте. Унда Башҡортостан делегацияһы иң ҙурҙарҙан һаналды. Ә Мишкә районын был форумда үҙәк етәкселәре Евгений Ишпахтин менән Альберт Исмәғилев танытты.
#национальныепроекты#нацпроекты
Фото: БР Мәғариф министрлығы сайтынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: